Йәмғиәт
6 Сентября 2021, 10:55

Урман янғындары тынмай

Әлеге мәлдә Баймаҡ районында100 гектарҙа үлән яна. Янғынды һүндереүгә 16 берәмек техника, 543 кеше йәлеп ителгән.

Әлеге мәлдә Баймаҡ районында100 гектарҙа үлән яна. Янғынды һүндереүгә 16 берәмек техника, 543 кеше йәлеп ителгән. Уттың таралыуы туҡтатылған, бында Төркмән һәм Төйәләҫ ауылдарының ирекле янғын һүндереү командалары дежурлыҡ итә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов менән Рәсәй МЧС-ының Баш идаралығы начальнигны урынбаҫары Алексей Головко белдереүенсә, республикала уҙған аҙнала тәүлектә 0,13 гектар майҙанда яңы урман янғыны теркәлгән.

1859, 63 гектар майҙандағы дүрт: Белорет районында (1680 га), Бөрйән районының  Байғаҙы ( 157 га)  һәм Кейекбай ауылдары янында (22,56 га), Учалы районында (0,13 га) янғындар һүндерелгән. Әлегә Белорет (840 га), Әбйәлил (Мөхәмәт эргәһендә) һәм Баймаҡ районында (Ишмөхәмәт ауылына яҡын урында) янғындар тулыһынса һүндерелмәгән.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас