Йәмғиәт
7 Сентября 2021, 06:55

Рәсәйҙә «Пушкин картаһы» проекты эшләй башланы

Проект «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә социаль ярҙам йөҙөнән эшләнгән. Ул йәш кешеләргә мәҙәни учреждениеларға йөрөү мөмкинлеген бирә һәм 23 йәше тулмаған егеттәр-ҡыҙҙар уның менән файҙалана ала. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Проект «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә социаль ярҙам йөҙөнән эшләнгән. Ул йәш кешеләргә мәҙәни учреждениеларға йөрөү мөмкинлеген бирә һәм 23 йәше тулмаған егеттәр-ҡыҙҙар уның менән файҙалана ала.

«Пушкин картаһы»на йәш быуын вәкилдәре – 14-22 йәшлектәр эйә була ала. Уны алыу өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында теркәлер кәрәк. Уның менән үҙегеҙ йәшәгән төбәктә генә түгел, Рәсәй буйлап ял иткәндә, сәйәхәт иткәндә ҡулланып буласаҡ.

Башҡортостанда был программала 21 дәүләт мәҙәниәт ойошмаһы – 17 театр-концерт берекмәһе һәм филиалдары менән 4 музей эшләй. Улар 300-ҙән ашыу сара – спектакль һм концерттар, күргәҙмәләр тәҡдим итә һәм был һан көндән-көн арта бара.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас