Йәмғиәт
8 Сентября 2021, 09:40

Сибайҙа милли кейем байрамы була

10-11 сентябрҙә Сибай ҡалаһында үтәсәк инвестһабантуй сиктәрендә  Милли кейем байрамы ла ойоштороласаҡ.

10-11 сентябрҙә Сибай ҡалаһында үтәсәк инвестһабантуй сиктәрендә  Милли кейем байрамы ла ойоштороласаҡ. Был көндө башҡорт, рус, татар, чечен, болгар, украин, тажик һәм башҡа милләттәрҙең милли кейемдәрен күрергә мөмкин буласаҡ. Яҡынса 200-гә яҡын ҡатнашыусы төрлө сағыу кейемдәрҙә Үҙәк майҙандан Зәки Вәлиди урамына ҡарай юл алып, Таусылар проспекты тыҡрығынан «Бикбау» сауҙа үҙәгенә ҡарай юлланасаҡ. Артабан Үҙәк майҙанға туҡталып, фольклор, бейеү һәм йыр коллективтарының сағыу концертында ҡатнашасаҡ.
Ғөмүмән, милли кейем байрамында теләгән һәр кем ҡатнаша ала, тик “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында барлыҡ саралар ”Роспотребнадзор”ҙың талаптарына ярашлы ойошторолғанға күрә,  уларҙың коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатҡан сертификаты йә иһә ПЦР-белешмәһе булыуы мотлаҡ.

Сибайҙа  милли кейем байрамы була
Сибайҙа милли кейем байрамы була
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас