Йәмғиәт
10 Сентября 2021, 05:42

Бер-береһе өсөн яратылғандар...

Матур парҙарға һоҡланып, шулай тип әйтәбеҙ. Ҡырҙас ауылында гөрләтеп донъя көткән, балалар үҫтергән Рәзилә менән Ғәзиз Сәлимйәновтар ҙа һәр яҡтан алдынғы, булдыҡлы ғаилә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер-береһе өсөн яратылғандар...Бер-береһе өсөн яратылғандар...
Бер-береһе өсөн яратылғандар...

Матур парҙарға һоҡланып, шулай тип әйтәбеҙ. Ҡырҙас ауылында гөрләтеп донъя көткән, балалар үҫтергән Рәзилә менән Ғәзиз Сәлимйәновтар ҙа һәр яҡтан алдынғы, булдыҡлы ғаилә.
Силәгенә күрә ҡапҡасы тигәндәй, икеһе лә оҫта, нимәгә тотонһалар ҙа ҡулдарынан килә. Рәзилә менән Ғәзиз Магнитогорск ҡалаһында эшләп йөрөгән саҡтарында танышҡан. Белорет педагогия колледжын тамамлап, был ҡалаға ситтән тороп юғары белем алырға килгән ҡыҙ балалар баҡсаһында эшләй. Ғәзиз дә ошонда хеҙмәт уҡытыусыһы һөнәрен алып, эш башлаған була. Оҙаҡ дуҫлашып та йөрөмәй, бер-береһенә ғашиҡ йәрҙәр тормош юлын бергә үтергә ҡарар итә. 2007 йылда Яңы Балапан һылыуы Рәзилә Ҡырҙас ауылына килен булып төшә. Туғандары кинйә ҡыҙҙы ҡурсыпмы, аяпмы, ул яҡтарҙа йәй буйы бесән эшләргә кәрәк инде, тип әйтеп ҡуя. Бәләкәйҙән тиктормаҫ, бөтмөр Рәзилә бер эштән дә ҡурҡмай, 7-се кластан бесән сабырға өйрәнеүенең дә файҙаһы тейә.
— Ғаилә ишле булғас, малды ла күп тоторға тура килә. Дүрт һыйырға оҙон ҡыш буйы бесән етһен өсөн йәй тырышаһың инде. Оҡшай миңә урманда йөрөүе, саф һауала, бушлай фитнес. Трактор алғас, эш еңеләйҙе. Шулай ҙа, быйыл үлән үҫмәгәс, күберәк ҡул менән саптыҡ, — ти Рәзилә.
Ғаилә башлығы Ғәзиз Маҙһар улы Магнитогорск ҡалаһы аэропортында янғын һүндереүсе-ҡотҡарыусы булып эшләй. Уға тиклем Ҡырҙас ауыл биләмәһе хакимиәтендә ер төҙөүсе була. Сменалап эшләүе уңайлы ти, өйҙә сағында хужалыҡтағы мәшәҡәт-хәстәрҙәрҙе теүәлләй, төҙөлөш-ремонт менән булырға ла өлгөрә.
Сәлимйәновтар дүрт балаға атай-әсәй. Өлкәндәре Ғәзим, Ҡырҙас урта мәктәбенең 8-се класына барған, ҡыҙҙары Нәзилә быйыл 2-се класта белем аласаҡ. Игеҙәктәр — Гөлсибәр менән Искәндәргә биш кенә йәш. Улар балалар баҡсаһына йөрөй.
— Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек, апайым, ағайым һәм мин. Ағайыма күңелһеҙҙер, иптәш юҡ уға, тип уйлай торғайным. Шуға өлкән улыма ҡусты алырға булдыҡ. Игеҙәктәр, етмәһә малай менән ҡыҙ булырын белгәс, шатлығыбыҙҙың сиге булманы, — ти Рәзилә Байым ҡыҙы. — Хоҙай бүләге улар. Өләсәйем, игеҙәктәрҙе һынамаҡҡа ебәрә, ти торғайны. Ғәзиз яғынан да, минең затта ла игеҙәктәр бар. Бәләкәй саҡтағы ыҙалыҡтары артта ҡалған, хәҙер Искәндәр менән Гөлсибәрҙең иң телдәр, шуҡ, шаян саҡтары. Ата-әсәһенең, ағаһы менән апайының иркә ҡосаҡтарын, хәстәрен тойоп, бә-хетле бала саҡ кисерәләр. Бергәләп ял итергә, сәйәхәт ҡылырға, өйҙә саҡта күмәкләп уйнарға ла, эшләргә лә өлгөрәләр.
— Яҙмыш минең юлыма Рәзилә кеүек уңған, эшһөйәр, ярҙамсыл ҡатынды сығарыуына рәхмәтлемен. Беҙ нимә эшләһәк тә тәүҙә кәңәшләшәбеҙ, шунан бергәләп эшләп тә ҡуябыҙ, — ти Ғәзиз. — Балаларыбыҙға яғымлы, наҙлы әсәй, уның хәстәре, күңел йылыһы барыбыҙға ла етә. Аш-һыуының тәмлелеге, торт-бәлештәре тел йоторлоҡ.
Ысынлап та, Рәзилә яҡындары өсөн йән атып торған кеше. Ә оҫталыҡтарын һанап бөтөрлөк түгел: ул бешергән торт, кекс, бәлештәр һәр табындың йәме. Туғандары ла ғаилә байрамдарына унан ғына бешертә. Баҡса, гөл-сәскә үҫтерергә ярата. Емеш-еләк, йәшелсәнән салат-ҡайнатмалары оҙон ҡыш буйына үҙҙәренә лә, күстәнәскә лә етә. Компотты ғына 120 банка яһаған. Ҡул эштәрен дә белә, ойоҡбаштар ҙа бәйләй.
— Ғәзиз — ҙур ғаиләбеҙҙең төп терәге, алтынға тиңләйем уны. Иғтибарлы, булдыҡлы, нимәгә тотонһа ла, урын-еренә еткерә. Ете ҡат уйлап, бер ҡат киҫә тигән һүҙҙәр уға тулыһынса тура килә, — ти Рәзилә, ире менән ғорурланып.
Ғаилә башлығы һуңғы бер нисә йылда ҡапҡаһы алдын яңы йыл майҙансығы итеп биҙәп ҡуя. Ҡарҙан Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, йыл хужаһы һындарын әүәләй, ҙур һырғалаҡ эшләй. Төрлө төҫтәргә буяйҙар, гирляндалар менән биҙәйҙәр. Шундай матурлыҡ янында фотоға төшөргә теләүселәр күп, бала-саға ла ҡыш буйы рәхәтләнеп тау шыуа.
— Хакимиәттә эшләгән саҡта, урамдар араһында Яңы йыл майҙансыҡтары конкурсы иғлан ителгәйне. Шунда тәүгә эшләп ҡараным һәм ҡыҙыҡһынып киттем, йыл да ниндәйҙер яңылыҡ индерергә, фантазия менән эшләргә тырышам, — ти Ғәзиз Маҙһар улы. — Ҡар булмаған йылда урмандан ҡар тейәп алып киләбеҙ. Балаларға байрам кәйефе, мөғжизәле мәл бүләк итеү үҙебеҙҙең күңелде үҫтерә. Өҫтәл ултыртабыҙ, самауыр ҡуябыҙ. Ике йыл рәттән ауыл буйынса конкурста Гран-при яуланыҡ.
Ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша Сәлимйәновтар. Спорт ярыштары йәки мәҙәни саралар булһынмы, ғаилә менән ҡатнашып, призлы урындарһыҙ ҡалмайҙар. 2017 йылда «Әсәй, атай, мин — спорт ғаиләһе» ярышында икенсе урын алғандар. Игеҙәктәр менән «Мин тыуҙым!» конкурсында ҡатнашҡандар. Ғәзиз Маҙһар улы 2015 йылдан алып Ҡырҙас участка һайлау комиссияһы рәйесе. Яуаплы бурысты теүәл атҡара ул. Ауылдың ирекле халыҡ дружинаһын етәкләп, йәмәғәт тәртибе һағында тора. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ауылдашы Зәкирйән Мусин менән Әхмәт, Буҙыҡай, Ҡырҙас ауылдарынан һуғыш ветерандары тураһында мәғлүмәт йыйып, яугирҙәр тураһында видеояҙма эшләйҙәр.
— Олатайым Бәшәр Сәлимйән улы Сталинград һуғышында хәбәрһеҙ юғалған. Уның берҙән-бер фотоһүрәте ҡалған, башҡа мәғлүмәт белмәйбеҙ. Ул һуғышҡа киткәнендә ике йәшлек булып ҡалған атайым, ҡәҙерле кешеһенең яҙмышы тураһында, ҡайҙа һуңғы төйәген табыуы хаҡында эҙләне, — ти Ғәзиз. — Олатайым һәм башҡа яугирҙәрҙең яҡты иҫтәлегенә бағышланыҡ. Күптәр оҡшатты, рәхмәт белдерҙе.
Ата-әсәһенең иркә ҡосағында үҫкән балалары уңыштары менән ҡыуандыра. Улдары Ғәзим ике йәш ярым булғанда хәреф таный башлай, бәләкәй сағынан ҡулынан китап төшмәй. Хәҙер яҡшы уҡый, төрлө фәндәрҙән олимпиадаларҙа ҡатнаша. Нәзилә һүрәт төшөрөргә ярата. Ата-әсәнең иң ҙур хыялы — балаларына бәхетле бала саҡ бүләк итеү, яҡшы тәрбиә, белем биреү.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас