Владимир Путин Алдан, Бологое, Воркута, Дзержинск, Кемерово, Кострома, Лысьве, Мончегорск, Оха, Ступино, Сызрань, Чита ҡалаларына “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән абруйлы исем бирелеүе хаҡындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был маҡтаулы исем телгә алынған ҡалалар халҡының 1941-1945 йылдарҙа фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡыйыулыҡтары, хеҙмәт батырлыҡтары, Ватан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн бирелде.
Башҡортостандың баш ҡалаһы — Өфөгә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем уҙған йыл бирелгәйне.