Йәмғиәт
15 Сентября 2021, 11:50

766-сы Иҙәш участка һайлау комиссияһы тауыш биреү көнөнә әҙер

Бөгөн төбәк һайлау комиссияһынан бюллетендәр килтерелгән. Сейфтар бар. Быйыл тауыш биреүҙә тәүге тапҡыр видеокүҙәтеү алып барыла.

766-сы Иҙәш участка һайлау комиссияһы тауыш биреү көнөнә әҙер766-сы Иҙәш участка һайлау комиссияһы тауыш биреү көнөнә әҙер
766-сы Иҙәш участка һайлау комиссияһы тауыш биреү көнөнә әҙер

Комиссия рәйесе Гөлназ Дәүләтбаева әйтеүенсә, һайлау участкаһы тауыш биреү көнөнә әҙер. Бөгөн төбәк һайлау комиссияһынан бюллетендәр килтерелгән. Сейфтар бар. Быйыл тауыш биреүҙә тәүге тапҡыр видеокүҙәтеү алып барыла. Тағы ла шуныһы: һайлау комиссияһы булмаған Ҡолоҡас клубында 17 сентябрь көнө участка комиссияһы ағзалары барып, урында тауыш биреүҙе ойошторасаҡ.
- Һайлаусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында тауыш биреүгә килгән һәр кемдең тән температураһы үлсәнәсәк, һәр ҡайһыһына битлек, бирсәткә һәм ручка биреләсәк, социаль  дистанцияның күҙәтелеүе контролдә буласаҡ, - ти Гөлназ Сәлимйән ҡыҙы.
Һайлаусылар исемлегенә бөтәһе 1449 кеше индерелгән,комиссия составында 12 ағза.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас