Бөгөн «Айыҡ ауыл» республика конкурсының ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Унда билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, медицина фәндәре докторҙары һәм башҡалар ҡатнашты.
Быйылғы бәйгегә республика райондарының һәр ҡайһыһы ҡушыласаҡ тип көтөлә. Былтыр муниципаль этап ноябргә хәтлем барғайны һәм унда бөтә 54 район да ҡатнашты. Һәм уҙған йылда БР Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән приз фонды 10 тапҡырға арттырылды, йәғни еңеүселәр — 5, икенсе урын алыусылар 3, өсөнсө урын алғандар 2 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Саралар Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә башҡарыла. Былтыр бәйгелә Таштимер ауылы ҡатнашып, өсөнсө урын яуланы.
Айыҡлыҡты пропагандалауға, халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән конкурстың маҡсаты — урындағы үҙидара органдарының һәм халыҡтың сәләмәт тормош, йолаларҙы һаҡлау буйынса әүҙемлеген арттырыу. Шулай итеп, 16 сентябрҙә конкурста ҡатнашырға теләүсе ауылдарҙан заявкалар ҡабул итеү башлана. Был ауылдар үҙҙәрендә эскелеккә ҡаршы көрәш алып барырға, физкультура һәм спорт буйынса ярыштар уҙғарырға, демографик күрһәткестәр буйынса ыңғайҙар рәтендә торорға тейеш. Атҡарылған эштәр буйынса презентациялар яһала.