

795-се Рауил һайлау участкаһында иртәнге сәғәт 10-ға хәтлем 35 кеше һайларға өлгөргән. Үҙҙәренең әүҙемлеге менән айырылып торған рауилдәр һайлау көндө уҡымаған балаларҙың ваҡытын файҙалы үткәреүҙе лә хәстәрләгән. Мәктәп алдында уҡыусылар көҙгө йәрминкәгә тауарҙар ҡуйып, сауҙа менән маз киләләр ине. «Йәрминкә бөтһә, балалар командаларға бүленеп, «Көҙгө бал»да ҡатнашасаҡ», — тине беҙгә Рауил мәктәбе уҡытыусыһы Миләүшә Хәлилова.
Участка һайлау комиссияһы рәйесе Альбина Боҫҡонова әйтеүенсә, участкала бары тик Рауил ауылы халҡы ғына тауыш бирә — йәмғеһе 337 кеше, шуларҙың өсәүһе — 18 йәштәре тулып, беренсе тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәүсе йәштәр. Дүрт кеше ауылда булмау сәбәпле, ситтә һайлау хоҡуғы менән файҙаланған. Һайлау участкаһы асылыу менән иң беренсе булып 63 йәшлек Ейән Фәсхетдин ҡыҙы Хәлилова килгән. Йәш ғаилә Айгөл һәм Зәкир Йәрмөхәмәтовтар гражданлыҡ бурысын үтәргә бәләкәй генә балаларын да күтәреп килгәйне.
Бар ерҙәгесә, Рауилдә лә килгән бер һайлаусыға һаҡланыу саралары — битлек, бирсәткәләр тапшырыла, тән температураһы тикшерелә һ.б.
Йәмәғәт тәртибен полиция хеҙмәткәре Регина Махийәнова күҙәтә. Әйткәндәй, участкала сәйәси партияларҙың йәмәғәт күҙәтеүселәре лә эшләй.