

794-се Ишҡол һайлау участкаһы рәйесе Фәниә Әбсәләмова әйтеүенсә, был биләмәлә исемлек буйынса 885 кеше тауыш бирәсәк. Ишҡолдарҙан тыш, Исҡужа ауылы халҡы ла һайлай. Унда комиссиянан өс кеше барып, бөгөн 16 сәғәткә хәтлем эшләйәсәк. Ишҡолда йәшәүселәр үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәй алһын өсөн комиссия ағзалары Зөлфирә Ниғмәтуллина, Рәмзиә Шәрәфетдинова, Мәүлидә Сафина, Фәнүзә Ҡаһарманова, Гөлшат Ғайсина, Вәли Мөхәмәтдинов һәм Нуридә Ниғмәтуллина бар тырышлығын һала. Мәктәп бинаһында видеокамералар эшләүе лә дөйөм хәүефһеҙлеккә һәм һайлау процесының аныҡ үтеүенә булышлыҡ итә. Тәртип һаҡлауға эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре Айҙар Рәхмәтуллин менән Гөлиә Булатова йүнәлтелгән.
17 сентябрь көнө тауыш биреүгә тәүге булып Ишҡол балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре килгән. Артабан уҡытыусылар, шул иҫәптән хаҡлы ялдағылар ҙа килеп, гражданлыҡ бурысын үтәгән. Беҙ барғанда ағалы-ҡустылы Риф һәм Ирек Сабитовтар ҡулдарына бюллетень алғайны. Улар үҙҙәре теләгән кандидаттарға тауыш биреп, бюллетендәрҙе йәшниккә һалды.
Беренсегә һайларға тейешле 9 кеше барыһы ла студент булғанға күрә, улар уҡыған урындарында һайлаясаҡ. Тағы 16 кеше йә армияла, йә вахтала эштә булыу сәбәпле, ситтә һайлау хоҡуғы менән файҙалана.
«Өйҙә һайларға теләгәндәрҙең йорттарына 19 сентябрҙә барасаҡбыҙ, — ти Фәниә Сафуан ҡыҙы. — Хатта коронавирус менән сирле кешеләр ҙә һайлауға хоҡуҡлы, шуға уларға алдан шылтыратып, өйө алдына барабыҙ, ул бюллетенде эскә индереп, үҙ тауышын ҡуйғас, кире участкаға алып киләбеҙ».