Йәмғиәт
17 Сентября 2021, 10:50

Тәпән ауылы халҡы һайлауға етди ҡарай

796-сы Тәпән һайлау участкаһы исемлегендә 210 кеше.

Тәпән ауылы халҡы һайлауға етди ҡарайТәпән ауылы халҡы һайлауға етди ҡарай
Тәпән ауылы халҡы һайлауға етди ҡарай

796-сы Тәпән һайлау участкаһы исемлегендә 210 кеше. Тәүгә һайлаған бер егет бар — Камил Дауытов. Уға тип комиссия ағзалары бүләк тәғәйенләп тә ҡуйған. Бында ла бөтәһе лә ҡуйылған талаптарға ярашлы үтәлә: ишек төбөндә һайлаусыларҙың тән температураһы үлсәнә, ҡулдары антисептик менән эшкәртелә, битлек һәм бирсәткәләр таратыла. Район хакимиәтенән яуаплы хеҙмәткәр, партиялар күҙәтеүселәре бар. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Зәйтүнә Булатова, йылдағыса тәпәндәрҙең әүҙем булыуын, үҙ гражданлыҡ бурысын үтәүгә яуаплы ҡарауын билдәләне. Иртәнге сәғәт 11 тулыуға 15 кеше бюллетень тултырырға өлгөрҙө, ти ул. Беренсе булып гражданлыҡ бурысын Хәниф Шахморатов үтәгән. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Сәғиҙә Саниева, Мөнир апа Мансуров та иртә үк килеп, үҙҙәре теләгән кандидаттар өсөн тауышын биргән. Комиссия ағзалары Лилиә Рәхмәтуллина, Наил Килдейәров, Фәниә Йәмилхина участкаға килеп һайлай алмағандарҙың өйҙәренә алмашлап барасаҡ. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге һағында район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре Заһир Хәсәнов һәм Межгорьенан килгән хоҡуҡ һаҡсыһы Айҙар Нәжметдинов эшләй.

Тәпән ауылы халҡы һайлауға етди ҡарай
Тәпән ауылы халҡы һайлауға етди ҡарай
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас