

Бөгөн иртәнге сәғәт 10-ға уларҙың 570-е генә тауыш биргәйне. «Күпселек халыҡ төштән һуң килер тип көтәбеҙ», — ти комиссия рәйесе Айҙар Хәкимов. Бөтә урындағы кеүек бында ла ингән бер кешенең тән температураһы үлсәнә, һаҡлыҡ саралары таратыла. Күп һанлы һайлаусылар дистанция һаҡлап, бер-береһенә ҡамасауламай гражданлыҡ бурысын үтәй алһын өсөн 11 һайлау комиссияһы ағзаһы үҙ эшен теүәл һәм төплө башҡара. Гимназиялағы участкала, белеүегеҙсә, КОИБ-тар ҡуйылған, улар һәр тауышты автоматик рәүештә иҫәпләй һәм көн аҙағына дөйөм сумма күрһәтелә. Был һан да рәсми рәүештә теркәлә һәм иртәгәһенә генә ҡорамал яңынан тоҡандырыла. Өйҙә һайлаусыларҙың бюллетендәре махсус йәшниктәр менән килтерелгәс, улар ҙа КОИБ аша үтә. Йәштәре тулып, тәүгә тауыш биреүселәр 4 кеше булған.
Һайлау процесы эшлекле һәм хәүефһеҙ шарттарҙа үтһен өсөн даими рәүештә полиция хеҙмәткәрҙәре дежурлыҡ итә, видеотеркәү ҡорамалы эшләй.