

802-се Ташбулат һайлау участкаһы ағзалары һайлаусыларҙы ошондай махсус костюмдарҙа ҡаршы ала.
Бөтә хәүефһеҙлек талаптары үтәлә, һайлаусылар битлектәрҙә, социаль дистанция күҙәтелә, тән температураһы үлсәнә, - тиҙәр.
Был участкала бөтәһе 1078 һайлаусы теркәлгән, көндөң икенсе яртыһына уларҙың 48 проценты үҙ тауыштарын биргән. Кемдәр төрлө сәбәптәр арҡаһында участкаға килә алмай, уларға өйҙән тауыш биреү ойошторолған. Бында ла бөтә талаптар күҙәтелә.