Йәмғиәт
19 Сентября 2021, 09:35

Тупаҡ ауылы халҡы мөһим сараға яуаплы ҡарай

809-сы Тупаҡ һайлау участкаһы быйыл үҙҙәренең иркен, заманса һәм бөтә уңайлыҡтары булған мәктәптә эшләй. #выборыдепутатов2021

Добавить в предпочтительные источники Google
Тупаҡ ауылы халҡы мөһим сараға яуаплы ҡарайТупаҡ ауылы халҡы мөһим сараға яуаплы ҡарай
Тупаҡ ауылы халҡы мөһим сараға яуаплы ҡарай

Исемлеккә ярашлы, Тупаҡта 517 һайлаусы булһа, йәкшәмбе сәғәт 11-гә хәтлем уларҙың 50 проценты  (262 кеше) гражданлыҡ бурысын үтәгән инде. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Нәзилә Хөснийәрова әйтеүенсә, йома көндө тауыш биреүгә иң беренсе булып, Тупаҡ ауылының иң оло кешеләренең береһе — 83 йәшлек Рәсүл апа Әхмәтов килгән, унан күп тә үтмәй Фәнирә Муллағәләмова бюллетен тултырған.

Мәктәпкә килеүселәрҙең ишек төбөндә үк тән температураһы үлсәнә, битлек һәм бирсәткә тапшырыла, артабан уларҙы комиссия ағзалары Люзима Хөббөтдинова, Ғәлиә Ғиләжева,  Айсилә Әҡсәнова һәм Әнүзә Хөбитдинова ҡаршылап, исемлеккә ҡултамғаларын алғас, бюллетендәрҙе тапшыра. Барыһы ла эшлекле шарттарҙа бара: видеотеркәү ҡорамалы бар, йәмәғәт күҙәтеүселәре, район хакимиәтенән яуаплы хеҙмәткәр Х. Әхтәмов, хоҡуҡ һаҡсыһы ла үҙ урынында.

83 кешегә өйҙәренә барып һайлау үткәргәндәр, тәүге тапҡыр үҙҙәренең һайлау хоҡуғы менән Наҙгөл Хамматова һәм Илназ Әбйәлилов файҙаланған.

Тупаҡ ауылы халҡы мөһим сараға яуаплы ҡарай
Тупаҡ ауылы халҡы мөһим сараға яуаплы ҡарай
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас