

808-се Таштимер һайлау участкаһында Таштимер һәм Әбйәлил ауылдары халҡы тауыш бирә. Үҙҙәренең һайлау хоҡуғы менән тәүгеләрҙән булып хаҡлы ялдағы Сәйҙә һәм Мәжит Ғәйнуллиндар файҙаланған. «Һәр ваҡыттағыса уҡытыусылар, балалар баҡсалары коллективтары әүҙемлек күрһәтә. Был төбәктә Магнитогорскиға йөрөп эшләүселәр күп, шуға күрә айырыуса металлургия комбинаты эшселәре булған ауылдаштарыбыҙ тәүге көндәрҙә үк тауыш бирҙе», — ти комиссия рәйесе Зөлфирә Әғлиева. Исемлеккә ярашлы, бында 709 һайлаусы булһа, уларҙың 51 проценты тауыш биреп сыҡҡан. Әйткәндәй, Әбйәлилдә йәшәмәһәләр ҙә, ошонда йорт һалып, теркәлгән күрше ҡала кешеләре лә үҙҙәре теләгән кандидаттарҙы бында килеп һайлаған. Мәктәп бинаһында урын алған участкала барыһы ла талаптарға ярашлы бара, һайлау барышы видеокамералар аша күҙәтелә, полиция хеҙмәткәре үҙ урынында. Йәмәғәт күҙәтеүселәре лә бар. Комиссия ағзалары Рәвиә Яҡупова, Миләүшә Боҫҡонова, Шәүрә Ғәликәева, Азамат Солтанов, Әҡлимә Мәғәсүмова һәр һайлаусыны яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, хоҡуҡтарын аңлата, дөйөм эште теүәл атҡара. Әлегә 20 кеше өйҙә һайлаған. 6 йәш кеше беренсе тапҡыр үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Агросәнәғәт коллежды уҡыусылары барыһы ла үҙ ауылдарында, йәшәгән урыны буйынса һайлай, ә педагогтар бында тауыш биргән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, 17 сентябрь дәрестәрҙән ителгән балалар өсөн саф һауала төрлө уйындар, спорт ярыштары ойошторолған, улар шулай уҡ мәктәп яны баҡсаһында өмә үткәрергә лә өлгөргән.