

Рәйлә Хафизова рәйеслек иткән 807-се Салауат һайлау участкаһында иртәнсәктән үк йәнлелек күҙәтелә. Беҙ барғанда бында беренсе тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәүсе йәштәрҙе көтәләр ине. Һәм улар — Нияз Төлкөбаев, Илнар Ибраһимов, Альбина Аҡмырҙина, Ильвина Сафиуллина, Алһыу Мостаҡова, Илһам Хамматов оҙаҡ көттөрмәй, бөтәһе бергә килеп тә етте. Шығырлап торған яңы ғына паспорттарын күрһәтеп, теркәлеү үткәс, йәштәр кабинкаларға инеп, үҙҙәре теләгән кандидаттар өсөн тауыштарын бирҙе. «Был ҡыҙҙар һәм егеттәр барыһы ла студенттар, үҙебеҙҙең мәктәпте тамамлаған балалар һәм улар һәр береһе беҙгә яҡын», — тип таныштырырға өлгөрә Рәйлә Сөләймән ҡыҙы. Нияз, мәҫәлән, медицина колледжында уҡый, Илнар Башҡорт дәүләт педагогия университетының география факультетын һайлаған. Альбина — Магнитогорск дәүләт техник университетында юғары белем ала. Бюллетендәрен урнаға төшөргәс, Р. Хафизова йәштәргә бүләктәр — һәр студент өсөн кәрәкле булған ҡалын-ҡалын дәфтәрҙәр, ручкалар бүләк итте. Участкала күҙәтеүсе ролендә эшләгән Клара Абдуллина ла ситтә ҡалманы, ул балаларға артабан да илебеҙҙең ысын граждандары булып ҡалыуҙарын, илһөйәр булыуҙарын теләп, китаптарын таратты.
807-се һайлау участкаһында Салауат һәм Ҡужан ауылдары халҡы һайлай — исемлек буйынса 489 кеше. Иртәнге сәғәт 11-гә уларҙың 159-ы гражданлыҡ бурысын үтәгән. Ә 17 сентябрҙә участкаға тәүге булып хаҡлы ялдағы Айҙар ағай Хамматов килгән.
Элек-электән һайлаусылар менән эшләгән һәм был эштең бөтә нескәлектәрен белгән комиссия ағзалары Рауза Сәғитова, Гөлфирә Ялмырҙина, Лилиә Ибраһимова, Айгөл Сәйетғәлиналарҙың һәм Батыр Шөғүровтың эшенә һүҙ тейҙерерлек түгел. Улар икешәрләп, өйҙә һайлау хоҡуғы менән файҙаланыусыларға ла барып килеп өлгөрә, бөгөнгә 33 кеше өйҙә һайлаған.
Йома көндө уҡымаған балалар өсөн дә мауыҡтырғыс саралар ойошторолған, һәр класс ГТО нормативтарын тапшырған, эстафета йүгергән. Бөтә уҡытыусылар ҙа уҡыусыларҙың ял көнө ҡыҙыҡлы үтһен өсөн тырышҡан.
Салауат мәктәбендә видеотеркәү ҡорамалы ла бар, хәүефһеҙлекте полиция хеҙмәткәре Урал Йосопов күҙәтә.