“Үҙенсәлекле балалар” мәрхәмәтлек фонды етәксеһе Фәйрузә Латипова: “Һайлау ғәҙел үтте”.
— Өс көн тауыш биреү форматы бик уңайлы, бигерәк тә эшләгән кешеләр өсөн. Шул уҡ ваҡытта комиссияла ултырғандарға ауырға тура килде, — тип иҫәпләй ул. — Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алырға кәрәк булды: өс көнгә һуҙыу кеше ағымынан ҡотолорға ярҙам итте.
Үҙ-үҙен күрһәткән кандидаттарҙың һәм яңы партияларҙың барлыҡҡа килеүен дә ыңғай баһаланы ул.Шулай уҡ Ф. Латипова билдәләүенсә, был һайлауҙарҙа күҙәтеүселәр, Йәмәғәт палатаһы, БР кеше хоҡуҡтары буйынса советы һәм «Һайлау-2021» матбуғат үҙәге әүҙем ҡатнашты.
Яҡшы үҙгәрештәргә өмөт итәм. Яңы һайланған депутаттар һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль именлек буйынса эшлекле ҡарарҙар ҡабул итер һәм тиҙ арала тормошҡа ашырыр тип ышанам.