Арсен Шәйәхмәтов, БАГСУ-ның ғилми хеҙмәткәре: “Киләсәктә электрон рәүештә тауыш бирәсәкбеҙ”
-Был һайлауҙар өс көн дауам итте һәм шулай уҡ электрон рәүештә тауыш бирергә мөмкин булды, тик был ысул беҙҙең республикала әлегә юҡ.
Өс көн һайлау тәү сиратта, эпидемиологик хәл-торошҡа бәйле булды. Ләкин, минең ҡарашҡа, был процедура асыҡлығына негатив тәьҫир итте. Сөнки һайлау участкаларында өс көн дауамында күҙәтеүселәр ҡуйыуы– ҡыйын мәсьәлә һәм төнгө күҙәтеү ойоштороу ҙа мөмкин түгел.
Электрон рәүештә тауыш биреү заман талабы һәм киләсәктә һис шикһеҙ кәрәк. Яҡын йылдарҙа беҙ бындай тәжрибәне күрәсәкбеҙ һәм ҡуллана башлаясаҡбыҙ. 2030 йылда бындай ысул менән тауыш бирә башлаясаҡбыҙ.