

ДОСААФ-тың Әбйәлил район комитеты бинаһында уҡыу бүлмәһен биләгән лицензиялы уҡыу үҙәге үҙ ишектәрен асты.
“Үҫеш”тең етәксеһе Ю. З. Муллағәлләмова әйтеүенсә, үҙәктә төҙөлөш һөнәрҙәренә, хеҙмәтте һаҡлау, янғын техник минимумы буйынса уҡып тантыма алырға, шулай уҡ квалификацияны күтәреү буйынса курстар үтергә була.
—Уҡытыу төрлө алымдар менән алып барыласаҡ, дистанцияла ла уҡырға мөмкинлек бар, кемгәлер ашығыс рәүештә уҡып һөнәр алырға кәрәк булһа, тиҙләтелгән курстар ҙа ойоштороласаҡ. Уҡып, һөнәрле булырға теләгәндәрҙе көтөп ҡалабыҙ, — ти Юлиә Зиннур ҡыҙы.
Үҙәкте асыу тантанаһында ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Хәлилов усланРусланяҡшы башланғысты хуплауын белдерҙе һәм үҙәктең уңышлы эшләп китеүен теләне.
—Район өсөн иҫтәлекле ваҡиға. Район мәшғүллек үҙәге үҙебеҙҙә уҡыу йорто булмағанлыҡтан кәрәкле һөнәрҙәргә уҡытыу өсөн кешеләрҙе ошоға тиклем Баймаҡ, Белорет, Сибай, Магнитогорск ҡалаларына ебәрә ине. Хәҙер теләгән һөнәрҙе урында алырға мөмкинлек тыуыуы ҡыуаныслы, — тине район мәшғүллек үҙәге етәксеһе Радик Рәхмәтуллин.
—Йыш ҡына етәкселәр янғын техник минимумы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һәм башҡа һөнәрҙәрҙе камиллаштырыу буйынса курстар үтәләр. Киләһе аҙнала ауыл биләмәләренең муниципаль хеҙмәткәрҙәре коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса курстар үтергә тейеш. Хәҙер үҙебеҙҙең уҡыу үҙәге булыуы отошло. Һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ,—тине район хакимиәтенең кадрҙар менән эш һәм хоҡуҡи бүлек мөдире Илфат Ғүмәров.
Район юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Ринат Аҡсурин яңы эш башлаған “Үҫеш” бүләккә 5 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы һәм үҙәктең һәр йүнәлештә төплө белем биреүҙәрен теләне
Район төбәк һайлау комиссияһы рәйесе Ғәйнетдин Ғиләжев та изге теләктәренә ҡушып, яңы эш башлаусы үҙәккә бүләк тапшырҙы.