

Көслө рухлы, тәрән ихтыярлы, иң ауыр кәртәләрҙе лә еңә белгән, өмөт һәм ышаныс юлынан барған үҙенсәлекле ғаиләләр өсөн үҙенсәлекле көн булды был. Район инвалидтар йәмғиәте бишенсе тапҡыр Урал аръяғы райондарынан физик мөмкинлектәре сикле бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе «Экстрим» турбазаһына — «Мин һәм минең ғаиләм» спорт фестиваленә саҡырҙы.
Башта район кимәлендә ойошторолған, унан географияһын киңәйтеп, күрше райондарҙы ла йәлеп иткән фестиваль ошо ваҡыт арауығында ҙур популярлыҡ яуланы, хатта эпидемиологик яҡтан көсөргәнешле осорҙа йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, был юлы ла ҡатнашырға теләүселәр арыу уҡ ҡына йыйылды.
Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Белорет райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан бөтәһе 9 команда, шул иҫәптән Әбйәлил намыҫы өсөн сығыш яһаусы Асҡарҙан Гүзәлиә Фәттәхова һәм Илмир Муллағәләмовтың, Ишбулдынан Искәндәр Ғилмановтың ғаиләләре спорт ярыштарында көс һынашырға әҙер ине. Сараны район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Н. В. Әҡсәнова асты:
— Ата-әсәһе янында ғына бала үҙен ышаныслы, бәхетле тоя. Шуның өсөн ғаилә фестивален булдырҙыҡ. Тәбиғәт ҡосағындағы әүҙем ял һәммәгеҙҙе лә яҡшы кәйеф тулҡындарына көйләһен, — тине ул.
Спорт ярышы сиктәренән уҙып китеп, сағыу байрамға әйләнгән сара изгелекле ярҙамсыларһыҙ был кимәлгә күтәрелмәҫ ине. Фестивалде ойоштороуға Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең республика ойошмаһы һәм район хакимиәте булышлыҡ иткән. Район хакимиәте исеменән ҡунаҡтарҙы социаль үҫеш буйынса бүлек начальнигы В. Ф. Ғафаров сәләмләне. Республика инвалидтар ойошмаһы вәкиле, бүлек начальнигы Р. А. Шакиров бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуарҙар Л. Х. Әхтәмов, Л. Р. Бейешева, Л. К. Зарипова, Э. М. Ғилмановаға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
«Күңелле старттар»ға баҫырҙан алда ярышта ҡатнашыусыларҙы мәҙәниәт йорто артистары — Ҡояш апай, Ел һәм Болот — тән яҙҙырыу өсөн гимнастикаға баҫтырҙы, күңелле музыка ритмдары аҫтында бейешеп тә алдылар. Ойошманың гимнына әүерелгән Илмир Муллағәләмов башҡарыуындағы «Мин, һин, ул — бөтәбеҙ татыу ғаилә» йырына башҡа балалар ҙа ҡушылды.
Ярыш бер нисә һынауҙы үҙ эсенә алды. Командалар канат юлынан ҡаршылыҡтарҙы тиҙлеккә үтте. Балалар пейнтбол мылтығы менән сәпкә атыуҙа ҡомарланып ярышһа, ата-әсәләр уҡтан атыу мәргәнлеген күрһәтте. Ә «Күңелле старттар»ҙа атай, әсәй һәм балалар турбазаның йәнә бер «фишка»һы булған сағыу, дәү костюмдарҙа тиҙлеккә уҙышты. Ярыштар балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә күңеленә хуш килде. Һәр кем үҙенең командаһына еңеү килтереү өсөн тырышты. Спорт сараларын ойоштороуҙа инвалидтар йәмғиәтенә турбаза хужалары — Әхтәмовтар ғаиләһе һәм ирекмәндәр Зөлфиә Солтанова, Алһыу Мусина, Дилбәр Хажина ярҙам итте.
Йомарт хужалар балаларға турбазаның башҡа аттракциондарында ла уйнарға мөмкинлек бирҙе. Бәләкәстәр рәхәтләнеп батутта һикерҙе, өлкәндәр лазертаг уйнаны. Ғөмүмән, ял сәғәттәре һиҙелмәй елеп үтте.
Фестивалдең маҡсаты тормошҡа ашты — балалар ҡәнәғәт, ғаиләләр шат. Ә дөйөм йомғаҡтар буйынса барыһы ла үҙ номинацияһында беренсе урын яуланы, диплом һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды. Балалар быға сикһеҙ ҡыуанды.
Байрам йәмле итеп әҙерләгән тәмле төшкө аш менән тамамланды. Бында ла мул ҡуллы, мәрхәмәтле бағымсыларҙың ярҙамын билдәләмәйенсә булмай.
— Беҙ бында тағы ла мотлаҡ киләсәкбеҙ, — шундай изге ниәттә хушлашты «Мин һәм минең ғаиләм» фестивалендә ҡатнашыусылар. Республика инвалидтар ойошмаһы идаралығы вәкиле Руслан Альберт улы сараның юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Әйткәндәй, фестиваль тураһындағы мәҡәлә тиҙҙән ойошманың «Перспектива» гәзитендә лә яҡтыртыласаҡ, баҫманың баш мөхәррире Юлия Михайлова үҙе репортаж эшләне. Башҡа райондарҙан ғаиләләрҙе оҙатып килгән урындарҙағы инвалидтар йәмғиәте рәйестәре әбйәлилдәргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.