Йәмғиәт
30 Сентября 2021, 12:25

Ата-әсәләр Моргенштерндың концерттарына ҡаршы

Өфө рэперы Моргенштерн Краснодар, Орел, Новосибирск, Хабаровск, Владивосток һәм тағы биш ҡалала сығыш яһай алмаясаҡ

Был сараларҙы тыйыу ата-әсәләрҙең рэпер ижадына ҡырҡа ҡаршы булыуы менән бәйле. Урындағы мәҙәниәт бүлектәре концерттарҙы туҡтатыуҙы ковидҡа ҡаршы әмәл тип аңлата. Әйткәндәй, Ҡазан ҡалаһында йәшәүселәр ҙә был йырсыға ҡаршылыҡ белдереп, республика Президентына петиция яҙған һәм ҡултамғалар йыйған. Ата-әсәләр Моргенштерн наркомания, бәйһеҙлек кеүек хәүефле күренештәрҙе прогандалай, йырҙарында оятһыҙ һүҙҙәр ҡуллана һәм үҫмерҙәргә насар йоғонто яһай.

Ата-әсәләр Моргенштерндың концерттарына ҡаршы
Ата-әсәләр Моргенштерндың концерттарына ҡаршы
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас