Йәмғиәт
6 Октября 2021, 10:20

Мәктәптәргә - яңы автобустар

Кисә уҡытыусылар көнөндә республика Башлығы Радий Хәбиров мәктәп директорҙарына 114 автобус асҡыстарын тапшырҙы.   #нацпроект#регпроект#нацпроектыБашкортостан

Яңы транспорт сараларының күбеһе ауыл мәктәптәренә, төпкөл ауылдарға юллана.

Башҡортостанда автобус паркы яңыртылып тора. Әлеге ваҡытта республикала 1 465 мәктәп автобусы бар. Улар 2,9 мең тораҡ пункттан 49 мең уҡыусыны белем усаҡтарына алып бара һәм уҡыуҙан һуң өйҙәренә алып ҡайта. Хәйерле юлдар теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас