Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы эшсе көстәр һуңғы өс айҙа кәмегән һәм 1,905 миллион кеше тәшкил итә. Уларҙың 1,823 миллиондан ашыуы иҡтисадта мәшғүл. Август аҙағына Башҡортостандың халыҡ мәшғүллек үҙәктәрендә 40,1 мең кеше иҫәптә торған. Уларҙың 34,7 меңе рәсми теркәлгән, шул иҫәптән эшһеҙлек буйынса түләүҙе 26,3 мең кеше ала. Август айында төбәктә 6,5 мең кеше эшһеҙ статусын алған. Ошо уҡ арала өс мең биш йөҙ кеше эш урыны йәки килемле шөғөл тапҡан.
Илдә, дөйөм алғанда, эшһеҙлекте кәметеү буйынса эштәр алып барыла. Әлеге ваҡытта “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса "Бизнес менән алыҫтан тороп " проектын бойомға ашырыу күҙаллана. Ошо проект сиктәрендә хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә, һалым һалыуҙа, күсемһеҙ милек баҙарында, кооперация бәйләнештәрендә, сауҙа мөнәсәбәттәрендә барлыҡҡа килгән үҙгәрештәр буйынса тәжрибәләрҙе, фекерҙәрҙе өйрәнеү бара. Ул киләсәктә хеҙмәт баҙарында яңы төр шөғөл буласаҡ.