Йәмғиәт
13 Октября 2021, 06:16

Ошо аҙнала өлгөрөп ҡалығыҙ!

Яҙып үтеүебеҙсә, 14 октябргә хәтлем гәзит-журналдарға 10 процентлыҡ ташлама менән яҙылыу дауам итә.

Яҙып үтеүебеҙсә, 14 октябргә хәтлем гәзит-журналдарға 10 процентлыҡ ташлама менән яҙылыу дауам итә. Ошо осорҙа район гәзиттәре — «Осҡон» һәм «Абзелил»ға ла осһоҙ хаҡ менән киләһе ярты йыллыҡҡа абонемент тултырып ҡалырға өлгөрөгөҙ, дуҫтар, бының өсөн почтальондарға, почта бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә була. Йылдағыса, гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатасаҡбыҙ, төрлө конкурстар ойошторасаҡбыҙ.

Республика көнөнә арналған байрам сараһында ла 2022 йылдың тәүге ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ойошторолдо. Гәзит-журнал уҡырға яратҡандар район гәзиттәренә һәм республика баҫмаларына әүҙем яҙылды. Был көндө 11 уҡыусыбыҙ «Осҡон»ға, 11-е «Абзелил»ға яҙылып, бүләктәр ҙә алды.

Ошо аҙнала өлгөрөп ҡалығыҙ!
Ошо аҙнала өлгөрөп ҡалығыҙ!
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас