Йәмғиәт
13 Октября 2021, 05:57

Ҡотлайбыҙ!

Республика көнө уңайынан бүләкләнделәр

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Юғары һөнәри оҫталығы һәм мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды:
Килдейәрова Клара Мозафар ҡыҙы — Буранғол мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Бөтә Донъя фольклориадаһын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән:
Хәлилов Руслан Ғөзәйер улы — район башлығының беренсе урынбаҫары;
Вәлиев Тәлғәт Сөнәғәт улы — Асҡар ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары;
Баһаув Рөстәм Рафил улы — район мәҙәни-ял үҙәге директоры;
Мусина Алһыу Вәзир ҡыҙы — «Үҙеңде тап» йәштәр-үҫмерҙәр клубы ойоштороусыһы.
Бөтә Донъя фольклориадаһын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн БР Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән:
Мусин Ирек Әғзәп улы — район мәҙәниәт бүлеге начальнигы;
Заһиҙуллина Әлфиә Афраил ҡыҙы — район мәҙәни-ял үҙәге учреждениеһының баш белгесе.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре һәм Республика көнө уңайынан район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән:
Серпков Владимир Павлович — крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы;
Богдан Айгөл Владимировна — Асҡар үҙәк район дауаханаһы бухгалтеры;
Кучаева Динә Раил ҡыҙы — Асҡар үҙәк район дауаханаһының кадрҙар буйынса белгесе;
Йосопова Зөлфиә Ҡужәхмәт ҡыҙы — «Ярҙам» социаль хеҙмәтләндереү үҙәге» ойошмаһының социаль хеҙмәткәре;
Мәғәсүмова Әҡлимә Әҡсән ҡыҙы — Михайловка урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Ғәбитов Юрий Хатип улы — Красная Башкирия мәҙәниәт йорто янындағы «Рябинушка» рус йырҙары халыҡ ансамбле етәксеһе;
Кашанова Мәрйәм Йомағужа ҡыҙы — Красная Башкирия ауыл биләмәһенең ветерандар ойошмаһы рәйесе;
Мөлөкова Гөлсинә Ғилметдин ҡыҙы — район финанс бүлегенең баш иҡтисадсыһы;
Низамова Миңзәлә Әхмейән ҡыҙы — Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәтенең техник хеҙмәткәре;
Ласынова Земфира Дамир ҡыҙы — район хакимиәтенең муниципаль һатып алыуҙар бүлегенең әйҙәүсе белгесе.
Район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән:
Йәнтурина Гөлшат Фазылйән ҡыҙы — Буранғол табип амбулаторияһы фельдшеры;
Хөббөтдинова Әнүзә Сәһел ҡыҙы — Тупаҡ ауылы ФАП-ы фельдшеры;
Солтанова Зөлфиә Дамир ҡыҙы — район хакимиәте социаль үҫеш бүлегенең баш белгесе;
Ишмөхәмәтова Азалия Азат ҡыҙы — күп функциялы үҙәктең баш белгесе;
Һырлыбаева Зәлиә Морат ҡыҙы — күп функциялы үҙәктең әйҙәүсе белгесе;
Йосопова Әлиә Акрам ҡыҙы — күп функциялы үҙәктең әйҙәүсе белгесе.

Автор:
Читайте нас