Йәмғиәт
13 Октября 2021, 10:57

Путин ауыл тормошон заманса һәм уңайлы итергә вәғәҙә итте

Рәсәй президенты Владимир Путин ауылда уңайлы, заманса һәм имен тормошто тәьмин итеү өсөн дәүләт мөмкин булғандарҙың бөтәһен дә эшләйәсәген вәғәҙә итте. Был турала ул Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәре көнөнә бағышланған видеомөрәжәғәтендә белдерҙе.  #ВладимирПутин

Рәсәй президенты Владимир Путин ауылда уңайлы, заманса һәм имен тормошто тәьмин итеү өсөн дәүләт мөмкин булғандарҙың бөтәһен дә эшләйәсәген вәғәҙә итте. Был турала ул Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәре көнөнә бағышланған видеомөрәжәғәтендә белдерҙе.

Рәсәй лидеры эшселәргә тырыш хеҙмәттәре, ышаныслылыҡтары, эштәренә тоғро булыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Президент шулай уҡ рәсәйлеләрҙә, айырыуса балалары булған ғаиләләрҙә ауыл туризмы популярыраҡ була барыуын да билдәләне.

«Кесе бизнестың потенциалы ҙур, был мөһим секторға бөтә яҡлап та ярҙам итәсәкбеҙ, ауыл хужалығы уңышлыраҡ булһын, ә ауылдағы тормош уңайлы, заманса, имин булһын өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ», - тине Путин.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Автор:
Читайте нас