Бөгөндән, йәғни 12 октябрҙән коронавирус инфекцияһына ҡаршы сикләүҙәрҙең икенсе этабы үҙ көсөнә инде. Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы Гүзәлиә Ғаррапова, бүлектең баш белгесе Гөлфиә Шәһәрғазина һәм хакимиәттең ауыл биләмәләре менән эш бүлеге белгесе Хәйҙәр Насирйәновтан торған комиссия райондың ҙур сауҙа нөктәләрендә булды. Мәғлүм булыуынса, төбәк башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы 12 октябрҙән сауҙа үҙәктәренә-комплекстарына вакцинация тураһында сертификат йәки ярты йыл эсендә ковид менән ауырығанлығың тураһында белешмә йә ПЦР-тест һөҙөмтәһе булғанда ғына инергә була. Комиссия ағзалары ҙур магазиндарҙа булып, эшҡыуарҙарҙы уларға ҡуйылған талаптар менән таныштырҙы. Уларҙы мотлаҡ үтәргә тейешлектәре хаҡында яҙма белдереү ҡалдырҙы. Шулай уҡ һатыусыларҙың да, һатып алыусыларҙың битлектәрҙә булыуы, социаль дистанцияны күҙәтеү талаптарын күҙәтеүҙәре талап ителде. Һатып алыусылар айырыуса күп булған курорт зонаһындағы, йәғни Яҡтыгүл тирәләй урынлашҡан магазиндарҙы ҡәтғи контролгә алыу кәрәклеге билдәләнде. Бындай рейдтар даими үткәреләсәк.