Мәғлүм булыуынса, бөгөн илебеҙ тормошонда иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе — Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды. Район иҫәп алыу үткәреүгә әҙерме? Ул һәр беребеҙ өсөн ни тиклем мөһим? Ни өсөн унда ҡатнашырға кәрәк? Иҫәп алыусылар нимәләр хаҡында һорашасаҡ? Был һорауҙарға Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса район комиссияһы рәйесе, район башлығы И. Т. Нафиҡов яуап бирҙе.
— Илдар Таһир улы, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға райондың әҙерлеген нисек баһалайһығыҙ?
— Иҫәп алыусыларҙың һөҙөмтәле эшләүе өсөн шарттар булдырылған. Был мөһим эшкә районда 83 кеше йәлеп ителде. 14 иҫәп алыу участкаһы булдырылған, шуларҙың бишәүһе — Асҡарҙа, ҡалғандары Ташбулат, Таштимер, Байым, Красная Башкирия, Йәнгел, Әлмөхәмәт, Хәлил, Амангилде һәм Буранғол биләмәләрендә эшләй. Уларға беркетелгән 14 контролер өсөн биналар йыһазландырылған. Иҫәп алыу документацияһы комплектланған. Контролерҙар өс көнлөк уҡыуҙар үтте.
Иҫәп алыусылар штаты ла әҙер, улар әле 15, 16 һәм 17 октябрҙә ойошторолған уҡыуҙарҙы үтә. Барыһы ла коронавирустан вакцинация үткән, шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән. Дөйөм алғанда, күмәк көс менән мөһим сәйәси сараны юғары кимәлдә үткәрә алырбыҙ, тип ышанам. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: быйыл иҫәп алыу яңы технология ярҙамында, беренсе тапҡыр һанлы форматта үтә.
Ауылдарҙа адреслы хужалыҡ юлға һалынды. Урамдарҙы яҡтыртыу системалары ремонтланды. Былар ҙа халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлектең һиҙелерлек һөҙөмтәләренең береһе.
— Иҫәптә булыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәк?
— Иҫәп алыуҙа ҡатнашыу өсөн стационар участкаларға мөрәжәғәт итергә йә иһә иҫәп алыусыны өйҙә көтөргә кәрәк. Бынан тыш «Дәүләт хеҙмәте» порталында электрон иҫәп алыу битен үҙаллы тултырырға мөмкин — был осраҡта 8 ноябргә тиклем ҡатнашып ҡалырға кәрәк. Шулай уҡ күп функциялы үҙәктә лә иҫәп алыу ойошторола, унда һорауҙарға яуап биреү өсөн ирекмәндәр йәлеп ителде.
— Кешеләр ниндәй һорауҙарға яуап бирә?
— Иҫәп алыу ҡағыҙы 33 һорауҙан тора. Унда йәште, милләтте һәм белемеңде күрһәтергә, республикала ниндәй социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу мөһимлеген дә билдәләргә мөмкин. Иҫәп алыусы һорауҙарға яуаптарҙы үҙе менән алып йөрөткән планшетта теркәп бара.
— Шулай ҙа халыҡ иҫәбен алыу ни өсөн кәрәк? Унан ниндәй һөҙөмтәләр көтөлә?
— Халыҡ иҫәбен алыу мөһим. Сараны үткәргәндә алынған мәғлүмәт — социаль тотороҡлолоҡ һәм халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға нигеҙ. Ведомство мәғлүмәттәр базаларының береһе лә йәмғиәт торошо тураһында, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кеүек, тулы, бөтөн бер мәғлүмәт бирмәйәсәк.
Уның төп бурысы — илдең, тимәк республиканың һәм райондың артабанғы йәшәйеш перспективаларын билдәләү өсөн рәсми статистик информация булдырыу. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре дәүләт һәм йәмғиәттең үҫеш стратегияһын, прогноздарын, пландарын төҙөү өсөн кәрәк.
Мәҫәлән, торлаҡ фондын төҙөкләндереү кимәле, уның төрҙәре һәм майҙаны, төҙөлөү ваҡыты өлөшөндә халыҡтың торлаҡ шарттарын өйрәнеүгә ҙур иғтибар биреләсәк, күпме ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлығы күренәсәк. Шунан сығып, был йүнәлештә ғәмәлдәге программаларға төҙәтмәләр индереләсәк һәм яңылары әҙерләнәсәк.
Иҫәп алыу ҡағыҙҙарының айырым һорауҙары граждандарҙың мәшғүллегенә һәм белеменә арналған: эшһеҙҙәр һаны, мәшғүллек характеры, йәшәү сығанаҡтары тураһында мәғлүмәттәр туплана. Халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары белем биреү системаһын артабан камиллаштырыу өсөн дә мөһим.
Иҫәп алыу һөҙөмтәләре ҡала һәм ауыл халҡы нисбәтен баһалау, тимәк, аграр сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен аныҡлау мөмкинлеге бирәсәк. Ауылға кәрәкле белгестәрҙе ҡайтарыу буйынса саралар һөҙөмтәлелеген арттырырға, ауыл халҡының матди-көнкүреш шарттарын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.
Пенсия йәшенә етеүселәр һанын билдәләү. Был яҡын йылдарға Пенсия фонды бюджетын планлаштырырға, социаль сығымдарҙы иҫәпкә алырға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, әсәләргә һәм балаларға дәүләт ярҙамы күләмдәрен аныҡлау, йәштәр сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен барлау, демографияны арттырыу, үлемде кәметеү буйынса саралар күреү өсөн дә мөһим.
— Алынған мәғлүмәттәр бер ҡайҙа ла таралмаясаҡмы? Дәүләт граждандарҙың шәхси тормошона ҡыҫылмаймы?
— Халыҡтан һорау алыу үткәргәндә ниндәйҙер раҫлаусы документтар талап ителмәйәсәк. Иҫәп алыу ҡағыҙы дөйөм һорауҙарҙан тора. Шуларҙың ҡайһы берәүҙәренә яуап биреүҙән баш тартырға ла мөмкин. Был осраҡта бер ниндәй «репрессия» ҡаралмаған. Шулай ҙа бының халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһен боҙоп күрһәтеүе һәм һуңынан дөрөҫ булмаған идара ҡарарҙары ҡабул ителеүенә килтереүе ихтимал.
Мәғлүмәттең конфиденциаллеге дәүләт тарафынан гарантиялана. Иҫәп ҡағыҙҙарында исем-шәриф, йәшәгән адресты күрһәтеү мотлаҡ түгел.
— Ысын иҫәп алыусыларҙы ялған иҫәпселәрҙән нисек айырырға?
— Уларҙың барыһында ла Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу хеҙмәткәре танытмаһы буласаҡ. Ул паспорт булғанда ғына ғәмәлдә. Танытма махсус һаҡ дәрәжәләре менән айырыла. Бынан тыш, иҫәпсе «Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте» тигән яҙыулы күк төҫтәге портфель тотоп йөрөй һәм халыҡ иҫәбен алыу эмблемаһы төшөрөлгән шарф, жилетта буласаҡ. Шикләнһәгеҙ, иҫәп алыу участкаһына шылтыратып, иҫәпсенең шәхесен аныҡларға мөмкин.
— Халыҡ иҫәбен алыуҙа һәр кемдең ҡатнашыуы мотлаҡмы?
— Беҙҙең барыбыҙҙы ла лайыҡлы хеҙмәт шарттары, социаль тәьминәт, һаулыҡ һаҡлау сифаты, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ҡыҙыҡһындыра. Дәүләткә дөрөҫ һәм ғәҙел ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашырырға ярҙам итергә кәрәк. Бының өсөн халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу, иҫәп алыусының һорауҙарына яуап биреү — һәр кемебеҙҙең гражданлыҡ бурысы. Һорауҙарға яуаптар биреү 15 минуттан артыҡ ваҡытты алмаясаҡ. Әммә ил тормошоноң киләһе 10 йылына йоғонто яһаясаҡ.
Иҫәп алыу — ул илдең йылъяҙмаһы, тарихы һәм уның һөҙөмтәләре бөгөнгө быуын өсөн генә түгел, киләсәк быуын өсөн дә мөһим.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА яҙып алды.