Йәмғиәт
16 Октября 2021, 06:30

Яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инә

"Юғары әҙерлек" режимының өҫтәмә талаптары көсөнә инә.

Добавить в предпочтительные источники Google

"Юғары әҙерлек" режимының өҫтәмә талаптары көсөнә инә. Мәғлүм булыуынса, 18 октябрҙән матурлыҡ салондарына, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, бассейндарға, шулай уҡ 50-нән артыҡ кешене һыйҙырышлы залдары булған йәмәғәт урындарына вакцинация тураһында  сертификаты йәки һуңғы 6 ай эсендә коронавирус менән ауырыуы хаҡында белешмә йә кире һөҙөмтәле ПЦР-тест тураһында белешмә (27 октябрҙән һуң бындай белешмә ғәмәлдә булмаясаҡ) менән генә инергә мөмкин буласаҡ. Ошоно күҙ уңында тотоп, район хакимиәте яуаплы хеҙмәткәрҙәренән торған комиссия район үҙәгендәге ҡайһы бер бөҙрәханалар, йәмәғәт туҡланыуы урындарында булды. Был категорияға ингән шәхси предприятиелар хеҙмәткәрҙәре барыһы был указ хаҡында хәбәрҙар булмай сыҡты. Район хакимиәте вәкилдәре бөҙрәханалар, туҡланыу предприятие хужаларына  республика Башлығы Радий Хәбировтың указының үтәлешен тәьмин итеү буйынса талаптар яҙылған белдереү ҡағыҙы тапшырҙы. Бындай талаптар коронавирус нфекцияһының төбәктә артабан таралыуына юл ҡуймау маҡсатында ҡабул ителә. Шуға күрә һәр беребеҙҙең кеше күп йөрөгән урындарҙа битлектәрҙә булыуы, социаль дистанцияны күҙәтеүе мөһим. Хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеп, үҙебеҙҙең сәләмәтлегебеҙҙе һаҡлаясаҡбыҙ.

Яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инә
Яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инә
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас