

Байрам алдынан Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булғандарҙы тәбрикләнеләр. Был конкурсты Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ойошторҙо.
"Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһы бала тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртыу өсөн шарттар булдырған, райондың, республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы дәртләндереү, уларҙың хеҙмәтен таныу өсөн булдырылған.
Әйткәндәй, донъялағы 50 илдә Атайҙар көнө бар. Быға тиклем Рәсәйҙәге 15 төбәктә рәсми рәүештә билдәләнә ине, тик бындай көн федераль кимәлдә байрам ителмәне. Күп сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре илдә Атайҙар көнөн булдырыу башланғысы менән сығыш яһаны. Уларҙың береһе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе, Дәүләт Думаһының элекке депутаты, Төбәк-ара ғаилә институттарына, йолаға әүерелгән ғаилә ҡиммәттәренә ярҙам итеү йәмәғәт ойошмаһының беренсе президенты Александр Сидякин булды.
2020 йылда беренсе тапҡыр бүләкләү тантанаһы уҙғарылды. Быйыл II “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһын юллау өсөн 47 муниципальь берәмектән 184 ғариза бирелгән. Бөгөн иһә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында балалары уҡыуҙа, спортта, ижадта ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән атайҙар билдәләнде. Байрам сараһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты, ул тантанаға йыйылғандарҙы ҡотлағанда тормошта атайҙар роленең ҙур булыуын айырып әйтте.
“Ир-егеттәр советы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров иһә сығышында “Атай ағасы” тигән акция үткәреләсәге хаҡында белдерҙе.
Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Атайҙар көнөнөң барлыҡҡа килеүенә бәйле ҡыуанысы менән уртаҡлашты.
Беҙҙең райондан иң яҡшы атай исеменә лайыҡ Байрам Лоҡманов – Ҡырҙас ауылынан. 1 Май байрамында донъяға килгәнгә шундай исем биргән уға ата-әсәһе. Ул бала сағынан техника менән мауыҡҡан, мәктәптә стена гәзиттәрен сығарған. Алтын ҡуллы ир ғүмер буйы тыуған яғында эшләгән: техниканы бына тигән итеп йүнәтә, мейесте сынъяһау итә, ағас буйынса ла шәп оҫта. Ауылдаштары әйтеүенсә, Фәниә менән Байрам Лоҡмановтарҙың йөрәге алтын. Ғаилә башлығының ҡасандыр ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүе сәбәпле, өс улдары сибек булып тыуһа ла, бирешмәгәндәр, бына тигән итеп аяҡҡа баҫтырғандар. Был ғына түгел, балалар йортонан һигеҙ йәшлек игеҙәктәр Лена менән Ангелинаны тәрбиәгә алғандар. Улар хәҙер үҫкән инде, Өфөлә эшләп йөрөйҙәр, ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр. Һуңғараҡ Фәниә менән Байрам Лоҡмановтар ике йәшлек Фәрхәт менән бер йәшлек Заринаны тәрбиәгә алырға ҡарар итә. Ниндәй генә тормош ауырлыҡтары килеп сыҡмаһын, яҙмыш һынамаһын, улар бирешмәй, киреһенсә, үҙ юлдарынан тайпылмайынса, бәхетле һуҡмаҡҡа баҫырға ынтыла.
Байрам ағайҙы юғары исемгә лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!