Йәмғиәт
18 Октября 2021, 07:30

Енәйәтсене тоторға ярҙам итегеҙ!

Бүздәк районының Уртакүл ауылында билдәһеҙ берәү дүртенсе класта уҡыған ҡыҙҙы урлаған.

Бүздәк районының Уртакүл ауылында билдәһеҙ берәү дүртенсе класта уҡыған ҡыҙҙы урлаған.

Социаль селтәрҙәрҙәге мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, билдәһеҙ әҙәм ҡыҙыҡайҙы зыяратҡа алып барған. Унда ир баланы көсләргә маташҡан, әммә ҡыҙыҡайҙың ҡысҡырған тауышын ишетеп, үтеп барыусылар ярҙамға килгән. Енәйтсе ҡасып өлгөргән.  

Бәләкәй ҡыҙыҡайҙы көсләргә маташҡан ирҙе Бүздәк районы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре эҙләй.

Енәйәтсенең билдәләре: 35-40 йәштәр тирәһе, уртаса кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡара сәсле. Йәшел төҫтәге камуфляж кейемдә. Көмөш төҫөндәге “ Лада ларгус” автомашинаһында йөрөүе ихтимал.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас