Ил Президенты Владимир Путин да иҫәп алыуҙа ҡатнашты. Бының өсөн ул «Дәүләт хеҙмәттәре» порталын һайланы һәм шунда кәрәкле бланкты тултырҙы.
«Иҫәп алыу бер ай дауам итәсәк, ә Рәсәйҙең иң алыҫ төбәктәрендә 20 декабргә хәтлем барасаҡ, — тине ил етәксеһе. — Иҫәп алыу мәғлүмәттәренә ҡарап, артабан иҡтисадты, социаль тармаҡты үҫтереү буйынса ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, шуға күрә берегеҙ ҙә был мөһим кампаниянан ситтә ҡалмауығыҙҙы һорар инем».