101204 балаға түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 7 268,5 миллион һум тәшкил иткән. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр ошо осорҙа 106,7 мең ғаилә түләм алған, ә түләү суммаһы 7 076,6 миллион һум тәшкил иткән. Әйткәндәй, 2021 йылдың 1 апреленән түләм алыу шарттары үҙгәрҙе. Хәҙер түләм ғаиләнең йән башына уртаса килеме күпме булыуына туранан-тура бәйле. Шул уҡ ваҡытта түләмдең база суммаһы элеккесә ҡалған - 5038,5 һум, йәғни балалар өсөн йәшәү минимумының тап яртыһы.