

2022 йылдың тәүге ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа, шул иҫәптән район гәзиттәренә яҙылыу бара.
Киләһе ярты йыллыҡта ла район гәзиттәре менән бергә ҡалыу маҡсатында абонемент тултырыу өсөн почтальондарға, почта бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Асҡарҙа йәшәүселәр редакцияның үҙенә килеп яҙыла ала.
Яратҡан баҫмаларығыҙға шулай уҡ rbsmi.ru. сайтында онлайн яҙылырға була. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайтының «Яҙылыу» бүлегендә баҫма йәиһә электрон булған гәзит-журналды һайлап яҙылырға мөмкин.
Бынан алдағы йылдарҙағы йолаға тоғро ҡалып, «Осҡон» гәзите редакцияһы, баҫмабыҙға яҙылғандар араһында «Аҙна һайын бүләк!» уйынын ойошторасаҡ. Тәүге уйын киләһе аҙнала үтә. Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен түбәндәге адрес буйынса редакция адресына ебәрергә кәрәк: Асҡар ауылы, Ленин урамы, 14а. Иң күп абонемент тултырған почтальондарҙы ла дәртләндереү ҡаралған. Бынан тыш, бер республика һәм район гәзитен алдырыусыларҙың «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто уҙғарған «Яҙыл һәм бүләк от!» дөйөм республика конкурсында ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлеге бар.
«Осҡон» журналистары, үҙ сиратында, гәзит уҡыусыларыбыҙҙы сағыу һәм ҡыҙыҡлы мәҡәләләре, фәһемле яҙмалары, файҙалы кәңәштәре менән ҡыуандырырға вәғәҙәләй.
Һүрәттә: Михайловка ауылын хеҙмәтләндергән почтальон Фирүзә Солтанова менән «Осҡон» гәзитенең даими уҡыусыһы Рәшиҙә Дәүләткирәева. Ул яратҡан баҫмаларына почтаға үҙе килеп яҙылыуҙы хуп күрә. Рәшиҙә апай шулай уҡ «Йәшлек» баҫмаһының да даими алдырыусыһы.