

“Берҙәм Рәсәй” партияһы 65 йәштән уҙған өлкән йәштәгеләргә үҙҡурсалау осоронда ярҙам күрһәтеү маҡсатында республиканың ҡала-райондарында “Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәктәрен асты. Яңғыҙ йәшәгән ололар аҙыҡ-түлек йәки дарыу кәрәк булған осраҡта, шунда мөрәжәғәт итә ала. Беҙҙең райондағы үҙәк 2-04-48 телефон һандары буйынса заявка ҡабул итә. Ирекмәндәр мөрәжәғәт итеүселәр иҫәбенә кәрәкле нәмәләрҙе алып киләсәк. Шулай уҡ өлкән йәштәгеләрҙе вакцинация пункттарына алып йөрөү өсөн автоирекмәндәр эшләйәсәк.