+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2021, 21:10

Кемдәргә аҡса түләнәсәк?

Һәр кемгә 12 мең 792 һум түләнәсәк. Ғаризаны 1 ноябрҙән 15 декабргә тиклем бирергә мөмкин. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президентының 20 октябрҙә ҡул ҡуйған указына ярашлы, 30 октябрҙән алып 7 ноябргә тиклем көндәр Рәсәйҙә ял көндәре тип иғлан ителде. Шуға Рәсәй Хөкүмәте зыян күргән тармаҡтарҙан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта рәсми эшкә урынлашҡан һәр хеҙмәткәргә федераль хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмендәге сумма, йәғни 12 мең 792 һум, түләргә ҡарар итте.

Ғаризаны 1 ноябрҙән 15 декабргә тиклем шәхси кабинет аша Федераль һалым хеҙмәтенә (nalog.ru) бирергә мөмкин. Түләүҙәр 15 ноябрҙән башланасаҡ. Аҡсаны кире ҡайтарырға кәрәкмәй һәм уны үҙ теләгең буйынса файҙаланырға мөмкин. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: