Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Финанс министрлығына фән һәм техника өлкәһендә йәш ғалимдарға дәүләт премияһы күләмен арттырыуҙы ҡушты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БР фән һәм техника өлкәһендәге өс дәүләт премияһы ике йылға бер тапҡыр бирелә. Премияның күләме һәр береһе 500 мең һум тәшкил итә. Премиялар тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәр үҫешенә тос өлөш индергән, ғилми тикшеренеүҙәр буйынса эш һөҙөмтәләре иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең инновацион үҫешен тәьмин иткән, яңы техника һәм прогрессив технологиялар өлгөләрен әҙерләгән өсөн бирелә. Ошо көндәрҙә төбәктең тағы 12 ғилми эшмәкәре 2021 йыл өсөн премия лауреаттары булды. "Беҙ фәнде һәм техниканы ҡоралландырыуға, үҫтереүгә өлгәштек. Шуға бәйле киләһе йылдан дәүләт премияһы күләмен арттырып, ике йылға түгел, ә йыл һайын тапшыра алабыҙ, тип уйлайым. Был ғалимдарыбыҙға яҡшы ярҙам булыр тип ышанам ", - тине Радий Хәбиров.