Йәмғиәт
1 Ноября 2021, 12:10

Яңы күпер сафҡа инде

Ағиҙел йылғаһы аша һалынған яңы күперҙе асыу тантанаһын өфөләр ҙә, ҡунаҡтар ҙа күптән көтә ине. Шуға ла ике яҡтан да машиналарҙың сигнал биреп үтеүен ҡыуаныс һәм рәхмәт билдәһе тип ҡабул итте төҙөүселәр.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ағиҙел йылғаһы аша һалынған яңы күперҙе асыу тантанаһын өфөләр ҙә, ҡунаҡтар ҙа күптән көтә ине. Шуға ла ике яҡтан да машиналарҙың сигнал биреп үтеүен ҡыуаныс һәм рәхмәт билдәһе тип ҡабул итте төҙөүселәр.

Күперҙе сафҡа индереү тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Күперҙе төҙөүгә 3,43 миллиард һум аҡса сарыф ителгән. Шуларҙың 1,9 миллиарды федераль ҡаҙнанан, 1,4 миллиарды республика ҡаҙнаһынан һәм 100 миллион һумы ҡала ҡаҙнаһынан бүленгән.  Күперҙең оҙонлоғо 688,8 метр тәшкил итә, уның тәүге ташы 2019 йылдың 8 июлендә һалынғайны.
Бөгөн Өфө – Аэропорт юлынан баш ҡалаға ингән автотранспорттың 49 проценты үтә, был тәүлегенә яҡынса 161 мең автомобиль тәшкил итә. Юл 8 полоса булһа ла, иртән-кисен тығындар барлыҡҡа килә. Элекке күпер заман һынауҙарын үтә алмай, машиналар күп, күпер туҙған. Шуға был юлда яңыһын төҙөү көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәлә ине.

Күперҙе төҙөүҙә ҡатнашҡан бер төркөм эш алдынғыларына төбәк Башлығы Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары  һәм “Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исемдәр менән бүләкләне.

—Бөгөн Өфө өсөн генә түгел, бөтә республика өсөн ҡыуаныслы ваҡиға – яңы төҙөлгән күпер файҙаланыуға тапшырыла. Өфөнән сығыу өсөн әле файҙаланылған күпер 1956 йылда төҙөлгән һәм заман талаптарына яуап бирмәй, уны ошо көндәрҙә төҙөкләндереүгә ябасаҡбыҙ.
Төҙөүселәргә рәхмәт! Улар алдына техник яҡтан бик ауыр бурыс ҡуйылды. Ике яҡтан да күперҙәрҙе япмайынса эште дауам итеү еңелдән булманы. Ауырлыҡтарға ҡарамайынса, эште ваҡытында тамамланылар, — тине Радий Хәбиров.

Яңы күпер сафҡа инде
Яңы күпер сафҡа инде
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас