Йәмғиәт
2 Ноября 2021, 05:59

Битлек режимы тикшерелә

Ковид сигенергә уйламай. Хәл киреһенсә ҡатмарлаша, эшкә, йәмәғәт урындарына, кеше араһына битлекһеҙ сыҡмау ғәҙәткә әйләнде. Тик быны инҡар итеүселәр ҙә байтаҡ, хатта штрафтар ҙа ҡурҡытмай.

Ковид сигенергә уйламай. Хәл киреһенсә ҡатмарлаша, эшкә, йәмәғәт урындарына, кеше араһына битлекһеҙ сыҡмау ғәҙәткә әйләнде. Тик быны инҡар итеүселәр ҙә байтаҡ, хатта штрафтар ҙа ҡурҡытмай. Пандемия башланғандан алып республикала битлек һәм үҙҡурсалау режимын боҙған өсөн 14,4 мең кешегә штраф һалынған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле, юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индергәйне. 28 октябрҙән үҙ көсөнә ингән документҡа ярашлы, урамда, шул иҫәптән кешеләр күпләп булған урындарҙа, йәмәғәт транспортында, магазиндарҙа, финанс ойошмаларында һәм күп функциялы үҙәктәрҙә битлек кейеп йөрөү талап ителә. Шулай уҡ социаль дистанция һаҡлау мотлаҡ.
Был талаптарҙың үтәлешен тикшереү маҡсатында битлек режимын үтәү буйынса рейдтар башланды. Хоҡуҡ боҙоусыларға штраф һалынасаҡ. Район эске эштәр бүлегенең патруль-пост хеҙмәте, Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре менән берлектә район үҙәгенең сауҙа нөктәләре буйлап рейдҡа сыҡтыҡ. Кис, халыҡтың эштән ҡайтышлай магазиндарҙа йөрөп, аҙыҡ-түлек алған мәле. Күптәрҙең битлеге бар, ләкин ул дөрөҫ кейелмәгән — эйәккә эләктереп ҡуйылған. Үҙ-үҙҙәрен шулай тынысландыраларҙыр, күрәһең. Ҡайһы берәүҙәр полиция хеҙмәткәрҙәрен күреү менән сумка-кеҫәләренән алып, кейә һалды. «Магнит», «Пятерочка», «Фасоль», «Күстәнәс», «Доброцен» сауҙа нөктәләрендә булдыҡ. Аңлы, үҙ сәләмәтлеген хәстәрләгән кешеләр битлектәрҙә йөрөй. Ә бына ҡайһы берәүҙәр, хатта һатыусылар үҙҙәре битлекһеҙ булыуын аңларлыҡ түгел. Коронавирус менән хәл көндән-көн киҫкенләшә, ауыр хәлдә дауаханаға эләгеүселәр, мәкерле сирҙең эҙемтәләре менән көрәшеүселәр, вафат булыусылар ҙа күп. Шулай булғас, ябай ғына һаҡлыҡ сараһын күҙәтеү ҡыйынмы ни? Үҙеңде һәм башҡаларҙы хәүеф аҫтына ҡуйыу дөрөҫ түгел бит.
Рейдта бер нисә кешегә битлек кеймәгән өсөн протокол төҙөлдө, уларға район суды ҡарағандан һуң штраф һалынасаҡ. «Битлегегеҙ ҡайҙа?» — тигән һорауға: «Оноттом» тип яуап ҡайтарыусылар күп булды. Әммә был да административ яуаплылыҡтан ҡотҡарманы. Социаль дистанцияны күҙәтмәүселәргә иҫкәрмә яһалды.
Был көндә район буйынса дүрт төркөм рейд менән сыҡты, улар битлек режимы үтәлеше менән бер рәттән законһыҙ рәүештә алкоголь эсемлектәр менән сауҙа итеүселәрҙе тикшерҙе. Сиҙәм ауылынан көмөшкә һатыусы төнгә ҡарай «бизнесы» ҡыҙған мәлдә хоҡуҡ һаҡсыларын көтмәгәндер. Уның ҡабат был ярамаған эш артында тотолоуын иҫәпкә алғанда, штраф суммаһы байтаҡ булырын күҙалларға була.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас