Йәмғиәт
2 Ноября 2021, 12:30

Иҫәп алыусыға QR-кодты ни өсөн күрһәтеү мотлаҡ?

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу һорауҙарына дәүләт хеҙмәте порталы аша яуап биргәнһең икән, телефоныңа QR-код килергә тейеш.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу һорауҙарына дәүләт хеҙмәте порталы аша яуап биргәнһең икән, телефоныңа QR-код килергә тейеш һәм уны иҫәп алыусыға күрһәтергә кәрәк.

Иҫәп алыусы, үҙ сиратында, уны планшеты ярҙамында ҡарап, йортта йәшәүселәр һанын аныҡлаясаҡ. Был Росстат мәғлүмәттәре базаһында яҙыуҙаҙың ҡабатланыуынан һаҡлау өсөн кәрәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас