Бөгөн республикала 3536 социаль контракт төҙөлдө. Тимәк, шунса кешегә эш табыуҙа адреслы социаль ярҙам күрһәтелде тигән һүҙ. Эш эҙләгәндәр менән 1 193 контракт төҙөлөп, уларға 35,4 миллион һум аҡса түләнде лә инде.
Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүсе 728 кеше дәүләт менән контракт төҙөнө. Ә 428 контракт шәхси йорт хужалығы алып барыуға, 1 187 контракт ауыр тормош хәлен еңеләйтеүгә йүнәлтелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль контракт нигеҙендәге адреслы ярҙам аҙ килемле ғаиләләргә, йән башына тура килгән килеме йәшәү минимумынан түбән булған яңғыҙ йәшәгән кешеләргә бирелә. Социаль контракт ике яҡтың да бурысы булып тора. Аныҡ маҡсатҡа бүленгән аҡсаны бары тәғәйенләнеше буйынса ғына тотонорға мөмкин. Программала ҡатнашыу шарттары менән Республика халыҡҡа социаль ярҙам, Мәшғүллек үҙәге филиалдарында танышырға мөмкин.