Республика Башлығы Радий Хәбировтың “Юғары әҙерлек режимы индереү” тураһындағы Указына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы вакцина яһатыу йәки сирҙе үткәреү тураһында документтар булмайынса матурлыҡ салондарына, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, 50 һәм унан күберәк кеше һыйҙырышлы кафеларға, ҙур магазиндарға инеү рөхсәт ителмәй.
БР Башлығының контроль идаралығы ошо Указдың үтәлешен тикшеереү барышында Асҡарҙағы “Универмаг”та етешһеҙлектәр асыҡлағайны, бөгөн улар бөтөрөлгән.
Был магазинға ике инеү ишеге бар. Бөгөн ике ишек алдында ла һатып алыусыларҙың тән температураһын үлсәйҙәр һәм вакцина яһатыу йәки сирҙе үткәреү тураһында документтар булмаһа, үткәрмәйҙәр. Ошонда уҡ кәрәк икән антисептик менән ҡулланырға мөмкинлек бар.
Был, әлбиттә, һатыусыларҙың да, һатып алыусыларҙың да хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, сирҙе артабан таратыуға юл ҡуймау маҡсатында күрелгән сара.