Йәмғиәт
3 Ноября 2021, 11:50

Вакцинаһы булмаған ололарға нимә ярамай?

Мәкерле сир һәр урында һағалауын онотмағыҙ.

Коронавирус бер кемде лә аямай, бигерәк тә ололар өсөн сирҙе йоҡтороу хәүефе ҙур.Үлем осраҡтары ла күп. Шуға күрә  Башҡортостанда 13 октябрҙән 65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимы индерелде. Бары прививка яһатҡан ололарға ғына был сикләүҙәр ҡағылмай.   Укаэға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, өлкәндәрҙең һәм хроник сирлеләрҙең магазин, дарыухана, поликлиникаларға барыу өсөн ике сәғәт ирекле ваҡыттары бар.

Прививканы өлкәндәр еңел үткәрә, шуға күрә ваҡытында яһалған иммунизация кеше ғүмерҙәрен һаҡлаясаҡ. Вакцина  сирләгән осраҡта ла уны еңелерәк үткәрергә ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй табиптар.Иммунитет тәүге компонентты алғандан һуң 42-45 көн үткәс кенә формалаша башлай.  Шуға күрә антиесемдәр барлыҡҡа килгәнсе бөтә иҫкәртеү сараларын үтәү, йәмәғәт урындарында йөрөмәү хәйерле.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас