Йәмғиәт
4 Ноября 2021, 03:00

Ҡатын-ҡыҙҙар һаны күберәк

Республикала 100 ир-егеткә 113 ҡатын-ҡыҙ тура килә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

60 йәштән өлкән ирҙәргә 167 ҡатын тура килә.  2021 йыл башына Башҡортостанда 1881,7 мең ир-егет йәшәгән (халыҡтың 46,9 проценты), шул иҫәптән ҡала ерендә - 1143,7 мең, ауылда - 738 мең. Үткән, 2020 йылда республикала 21185 малай тыуған. Йәғни, 100 малайға 94 ҡыҙ тура килгән. Ағымдағы йылда 100 ир-егеткә 113 ҡатын тура килә (30-34 йәштәге ир-егеттәргә – 97 ҡатын-ҡыҙ, 60 йәштән өлкән ирҙәргә – 167 ҡатын ).

Ир-егеттәрҙең ғүмер оҙонлоғо уртаса 65,2 йыл, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы 75,6 йыл тәшкил итә.

Республиканың иҡтисади өлкәһендә мәшғүл халыҡтың  53 проценты ир-егеттәр. Эшләүсе ирҙәрҙең уртаса йәше - 40 йәш. Эшләүселәр араһынан 30 йәшкә тиклемге ир-егеттәр - 20,8 процент, 30-55 йәштәгеләр - 63,2 процент, 55 йәштән өлкәндәр 16 процент тәшкил итә. "Көслө зат" иҡтисадтың барлыҡ тармағында көс түгә. Шулайҙа, файҙалы ҡаҙылма байлыҡтары табыу һәм эшкәртеү өлкәһендә ир-егеттәр хеҙмәте өҫтөн, улар 93 процент тәшкил итә, төҙөлөштә – 87 процент, электр энергетикаһы һәм газ менән тәьмин итеүҙә 80 процент. Эшләүсе  халыҡ араһында юғары белемле ир-егеттәрҙең өлөшө - 25,5 процент, урта һөнәри белемлеләр  56,3 процент тәшкил итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас