Йәмғиәт
5 Ноября 2021, 13:05

Электрон Хәтер китабы төҙөлә

Башҡортостанда ауылдарҙың һәм муниципаль берәмектәрҙең электрон Хәтер китаптарын төҙөү буйынса эш башланды. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда ауылдарҙың һәм муниципаль берәмектәрҙең электрон Хәтер китаптарын төҙөү буйынса эш башланды.

Был эштә район-ҡала архивсылары, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре ауылдарҙан һуғышҡа киткән яугирҙәрҙең исемлеген тергеҙеүә ярҙам итәсәк. Эштең тәүге этабында мәғлүмәт туплап, бөтә документаль һәм электрон сығанаҡтарға анализ яһау күҙаллана. Икенсе этапта иһә фотоларҙың, документтарҙың күсермәһен йыйып, мәғлүмәттәр базаһы проектын асыҡлау ҡарала.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” төбәк проектына ярашлы, эштең икенсе этабына әүҙемселәрҙе һәм ирекмәндәрҙе йәлеп итеү планлаштырыла. Улар мәғлүмәт туплауҙа ярҙам итәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас