Халыҡ иҫәбен алыу ял һәм байрам көндәрендә лә, 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем, дауам итә. Иҫәпкә алыусылар йорт хужалыҡтары буйынса йөрөй, шулай уҡ стационар участкалар ҙа эшләй.
Иҫәпкә алыусылар ябай булмаған, әммә ил һәм йәмғиәт өсөн кәрәкле эштәрен башҡарыуҙы дауам итә. Еңел булмаған осорҙа ла улар йорт хужалыҡтары буйлап йөрөй, халыҡ менән осраша, кәрәкле мәғлүмәтте йыя. Уларҙың фиҙакәр хеҙмәтен киләсәк быуын баһалаясаҡ, сөнки иҫәп алыуҙа йыйылған мәғлүмәттәр халыҡты социаль яҡлау, демография мәсьәләләрен хәл итеү, илдең инфраструктураһын үҫтереү, этномәҙәниәтте һәм халыҡтың тел үҙенсәлектәрен һаҡлау өсөн кәрәк.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем бара һәм ул һанлы төрҙә үтеүе менән алдағыларынан айырылып тора – “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша иҫәп алыу бланктарын тултырырға мөмкин. Иҫәп алыу участкаларына барып йәки Күп функциялы үҙәк биналарында “Минең документтарым” хеҙмәттәре аша ҡатнашырға ла мөмкин.