Йәмғиәт
5 Ноября 2021, 09:20

Онлайн-иҫәп алыу оҙайтылды!

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуҙың һанлы ысулын - "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша сарала ҡатнашыуҙы 14 ноябргә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде. 

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуҙың һанлы ысулын - "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша сарала ҡатнашыуҙы 14 ноябргә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороусылар өсөн дә, халыҡ өсөн дә бындай ҡарар мөһим.

“Дәүләт хеҙмәттәре” порталында бер аккаунт аша бөтә ғаиләне теркәргә мөмкин. Һәр һорау өсөн яуаптар ҙа тәҡдим ителә. Электрон иҫәп алыу бланкын тултырыу өсөн бер ғаиләгә 20 минут самаһы ваҡыт китә, ә бер кешегә биш минут та етә. Бөгөн ситтән тороп, дистацияла эшләү буйынса сараларҙы ҡулланыуға иғтибар көслө һәм онлайн-халыҡ иҫәбен алыу иң хәүефһеҙе, уңайлыһы тип иҫәпләнә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас