

Башҡорт дәүләт университетының социология һәм йәштәр менән эш кафедраһы мөдире социология фәндәре кандидаты Андрей Ғәйфуллиндың фекеренсә, халыҡ иҫәбен алыу ваҡытын күсереү яңы шарттарҙа ойоштороу эштәрен ҡулайлаштырыуға булышлыҡ иткән.
Эксперт билдәләүенсә, Башҡортостан тәүге һанлы иҫәп алыуға ойошҡанлы тотондо.
Был мөһим, сөнки власть һәм ғалимдар ҙа уның һөҙөмтәләре буйынса эштә кәрәкле объектив һәм дөрөҫ мәғлүмәттәр алыуға иҫәп тота.
Әле иҫәп алыу кампанияһы ойошҡанлы, тыныс шарттарҙа бара.
Эште һөҙөмтәле ойоштороу үҙ нәтижәһен бирә — был мөһим кампания эште о йоштороу, уны алып барыу буйынса республикала илдең тәүге иң яҡшы унау иҫәбенә инде.