Йәмғиәт
10 Ноября 2021, 04:50

Радий Хәбиров балаларын башҡорт тип яҙҙырҙы

Республика Башлығы халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты

Радий Фәрит улы халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу өсөн уңайлы ысул - Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша анкета тултырыуҙы һайланы. "Биш кешенән торған ғаиләмде яҙҙым, - тине ул. - Ике өлкән ҡыҙым үҙ аллы йәшәй, шуға күрә әлеге ваҡытта үҙемдең янымда булған кешеләрҙе генә яҙҙырҙым. Улдарым әле бәләкәй, шуға күрә, ҡатыным менән һөйләшеп, уларҙы башҡорт милләтенән тип яҙырға килештек. Иҫәп алыу ҡағыҙында ҡыҙыҡлы ғына һорауҙар бар, уларҙы ентекле уҡып тултырырға кәрәк. Гражданлығым - Рәсәй Федерацияһы. Үҙгәртергә йыйынмайым, Рәсәй гражданы булыуым менән ғорурланам. Дүрт телде беләм: туған телем - башҡорт, рус, инглиз һәм төрөк телдәрендә иркен аралашам".

Радий Хәбиров 14 нобярҙә тамамланасаҡ иҫәп алыу кампанияһының мөһимлеген билдәләне. Кисәге көнгә иҫәпселәр дүрт миллиондан ашыу кешенән мәғлүмәт алған.

 

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас