Ошо көндәрҙә Благовар районы Языково ауылы мәҙәниәт һарайында "Йондоҙло" исемле заманса кинозал асыласаҡ. Әлеге ваҡытта яңы ҡорамалдар урынлаштырыу эштәре тамамланыуға бара. 6-ға 3 метр ҙурлығында экран, тауыш колонкалары ҡуйылған, унда 3D форматлы фильмдар ҡарарға мөмкин. Фойела айырым касса бүлмәһе эшләнгән, унда тамашасылар компьютер ярҙамында үҙе теләгән фильмға һәм урынға билет һатып ала аласаҡ.
Шулай уҡ, декабрь башында Хәйбулла районында ла ошондай кинозал асыласаҡ. Әле белгестәр Аҡъяр тау колледжының икенсе корпусында акт залын монтажлау һәм ҡайтанан йыһазландырыу менән шөғөлләнә.
Бында 6 х 2,9 метр ҙурлығында экран, лазер проекция ҡорамалдары, заманса тауыш системаһы ҡуйыласаҡ. 50 урынға иҫәпләнгән залда яңы, уңайлы креслолар урын аласаҡ.
Бындай заманса кинозалдарҙы асыу "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында Рәсәй киноһы фонды программаһы иҫәбенә мөмкин булған. Иң башта Рәсәй Кино фонды ярҙам аласаҡ кинозалдарҙы билдәләү өсөн һайлап алыу үткәргән. Конкурста 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттары ҡатнаша алған. Һөҙөмтәлә, Башҡортостан буйынса Бүздәк, Хәйбулла һәм Благовар райондары ауылдары һайлап алынған.
Хәҙер был кинозалдар өсөн төп шарт, күрһәтеләсәк фильмдарҙың илле проценты илебеҙҙә төшөрөлгән булыуы һәм йылдың һәр сирегендә йөҙ тапҡыр кино күрһәтеү.