

Мин Ҡырҡтымдың бейек түбәһенән
Һоҡланып та баҡтым илемә.
Әбйәлилем, минең Әбйәлилем!
Әбйәлил дә тигән был гүзәл һүҙ
Кемдең генә килгән теленә.
Эйе, ҡайһы ерҙе үҙҙәренең ғүмерлек төйәге итергә белгән атай-олатайҙарыбыҙ. Милләтемә исем биргән баш бүре халҡымды иҫ киткес матур, бай тәбиғәтле күк Уралға эйәртеп алып килгән. Әсе елдәрҙән ҡурсалар урманлы тауҙарыбыҙ, эсеп туйғыһыҙ татлы һыулы шишмәләребеҙ, уңдырышлы ерҙәребеҙ — барыһы ла бар беҙҙең тыуған төйәгебеҙҙә.
Һулар һауабыҙҙың сафлығына, күлдәребеҙҙе төйәк иткән пар аҡҡоштарға һоҡланып, күк үләненә тәү башлап тәпәй баҫҡан ғәзиз еребеҙҙе ҡәҙерләп йәшәүгә ни етә һуң?! Ер-һыуҙарыбыҙҙың исем-атамаһын, боронғолар ҡушҡанса, боҙмай, дөрөҫ итеп әйтеү, яҙыу — үҙе үк йәнтөйәгебеҙҙе яратыу, һаҡлау бит.
Тоҙло һыуында ҡойоноп, сәләмәтлектәрен нығытыр өсөн ҡайҙарҙан ғына килмәйҙәр Мулдаҡ күленә. Яр буйында ҡайһы саҡ аяҡ баҫыр урын да булмай. Әммә «Был күлдең атамаһы нисек?» — тип һораһаң, «Соленый» тигәнде ишетәһең... Ауыҙ тултырып, «Мулдаҡ күле» тиһәк, ҡасандыр был һыу ятҡылығына исем биргән ата-бабаларыбыҙҙың рухтары нисек шатланыр ине, күл үҙе лә ирәбеләнеп киткәндәй булыр ине...
Үкенескә ҡаршы, район биләмәһендәге ер-һыу атамаларын боҙоп әйтеү генә түгел, ә мөһим документтарға, юл буйындағы алтаҡталарға, урыҫ теленә әйләндерәбеҙ тип, туҙға яҙмаған һүҙҙәр яҙып ҡуйыу күренештәре артҡандан-арта. Бынан дүрт-биш йылдар элек «Яҡты-Күл» шифаханаһы янында бер стендҡа күҙ төшкәйне. Мауыҙҙы күленең географик урыны, майҙаны һәм башҡа шундай мәғ-лүмәттәр бар ине был стендта. Тик... Бөтә илдә билдәле ял йорто мәғрур Ҡырҡты итәгендә түгел, ә ниндәйҙер Крых-Тау буйында икән дә! Бер нисә кешегә төртөп күрһәттем, ял йорто етәкселеген эҙләп ҡараным...
Ошо урында «Ҡыҙыл паша» пьесаһы авторы, драматург Нәжиб Асанбаевтың «Урал булғанда — башҡорт та булыр!» тигән мәҡәләһенән өҙөк килтереү урынлы булыр. Уға ике ғәрәп яҙыусыһы ҡунаҡҡа килә. Нәжиб Асанбаев уларҙы Башҡортостан буйлап сәфәргә алып сыға. «Икенсе сәфәребеҙҙә Урал буйҙарына юл тоттоҡ. Мәшһүр тауыбыҙҙың иң күркәм һырт-тарының береһе булған Ҡырҡтыға күтәрелгәс, ҡунаҡтарыбыҙ, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, бер тауыштан ҡысҡырып уҡ ебәрҙе: «Һай, был башҡорттар, һайлай белгәндәр бит Ватанды!»
Ҡырҡтыбыҙ тураһында бына шундай тәрән мәғәнәле һүҙҙәр әйткән ғәрәп яҙыусылары. Ҡырҡты — ул беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Ул үҙенә һыйынып ҡына ятҡан башҡорт ауылдары өсөн ҡалҡан булып тора. Ә тамъяндар, үҙ сиратында, ауылдары тапҡырында ятҡан һырттарҙы «Йәлембәт Ҡырҡтыһы», «Салауат Ҡырҡтыһы», «Ҡужан Ҡырҡтыһы», «Күсәр Ҡырҡтыһы» һәм башҡалар тип йөрөтә. Һәр ауыл халҡы үҙ Ҡырҡтыһын маҡтай, хуплай. Билдәле Ғимран ташы Салауат Ҡырҡтыһында булһа, Ҡараташ — Ҡужан Ҡырҡтыһында. Күсәр Ҡырҡтыһында элек-электән еләк, сейә күп. 1975 йылда иң һуңғыларҙан булып Күсәрҙән һигеҙ балалы ҙур ғаилә — Кәримә инәй һәм Рәис апа Бәшәровтар Михайловкаға күсенә. Яңы урында һис кенә толҡа тапмай Кәримә Ҡазый ҡыҙы.
— Ҡуй, ҡуй, кире ҡайтам Күсәремә. Терәлеп кенә ятҡан Ҡырҡтымды, үҙем генә белгән сейәлегемде һағындым, — ти ул һәм Рәис апаны эйәртеп, мал-тыуарын ҡыуалап, килен булып төшкән ауылына ҡайтып китә. Рәхәтләнеп, шишмәнән һыу ташып, сәй эсә, Ҡырҡтының саф һауаһын һулай. Тик Күсәрҙә мәктәп юҡ, ә балаларҙы уҡытырға кәрәк. Ғаилә тағы Михайловкаға күсергә мәжбүр була. Ә уларҙың йорто урынында Байбулов Муллайән Ҡазый улы, Кәримә инәйҙең бер туған ағаһы — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, авиация подполковнигы ултыртҡан муйыл, яҙҙарын әле лә шау ап-аҡ сәскәгә күмелеп, тирә-яҡҡа хуш еҫ бөркә.
Тамъяндарҙың һөйләше яғымлы, таҙа, урыны менән хатта ҡаты ла булып, тимер кеүек сыңлай. Ер-һыуҙарыбыҙ атамаһы ла тамъян ерендә икәнлеген белдереп тора: Суртанды, Үләнде, Ҡарабалыҡты. Әммә Сабаҡты күленең яр буйындағы таҡтаға «Чебачье» тип яҙып ҡуйыуҙарына йөрәк әрнене.
Дәүләтша ауылы эргәһендә лә ғәжәйеп матур күл бар. Исеме лә мөғжизәле — Бөрсөнсө. Тик ниңәлер район йәштәре уны «Желтое» тип исемләп алған. Йылы һыулы, таҙа күл тирә-яҡҡа йәм биреп, йымылдап ята. Ниндәй Желтое булһын ул? Һәр ижеген еренә еткереп «Бөрсөнсө» тип әйтһәк, күлдең бәҫе лә күтәрелер, телебеҙ абруйы ла артыр ине.
Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә була. Мәҫәлән, бығаса урыҫ телендә Янаулово булған башҡорт ауылы Яңауыл ни өсөн хәҙер алтаҡталарҙа Янги-аулға әйләнеп киткән? Белемһеҙ кемдеңдер Яңауыл атамаһындағы «Ң» хәрефен белмәүенән йә дөрөҫ яҙмауынан килеп сыҡтымы яңы атама?
Башҡорт халҡы борон-борондан тәбиғәт менән бергә тын алған, шишмә сылтырауын тыңлап таң ҡалған, япраҡ ҡыштырлауынан да, һайыҫҡан шыҡырлауынан да көй сығарған. Шул көйҙәрҙе ҡурай, ҡумыҙ моңона һалып Урал буйҙарын яңғыратҡан.
Йөҙ ҡат тыңлаһаң да ялҡытмай торған әкиәттәребеҙ һуң! Өләсәйем көйләп һөйләгән «Балтасы төлкө», «Үгәй ҡыҙ Гөлбикә», «Әтәс батыр» әкиәттәрен тыңлар өсөн генә кисте еткерә алмай йонсор инек. Күктән тулы ай ҡарай, өләсәй көйгә һалып әкиәт һөйләй, теҙелешеп ятҡан балалар йотлоғоп тыңлай... Урындыҡтың ҡатылығы ла һиҙелмәй хатта. Ҡайһылыр баланың иҫнәп ҡуйыуы була, өләсәй тағы көйләй башлай:
Айыу беҙҙең апабыҙ,
Бүре беҙҙең бүләбеҙ.
Төлкө беҙҙең түрәбеҙ,
Ҡуян беҙҙең ҡустыбыҙ,
Әтәс беҙҙең кемебеҙ
— тигән еренә етеүгә балалар берәм-берәм әүен баҙарына киткән була инде.
Күрше-тирә әбейҙәрҙең йорт алдындағы эскәмйәгә йыйылып йомаҡ ҡойошоуы үҙе бер тамашаға әйләнер ине. Өләсәйем әхирәттәренә ҡойор йомаҡтарын алдан уҡ әҙерләп ҡуя торғайны.
Ниндәйҙер уҡыу йорто бөтөү түгел, хатта ваҡытына күрә, уҡыу ҙа эләкмәгән әбейҙәр халыҡ ижадының бик боронғо өлгөләре — әкиәттәр һәм йомаҡтар аша туған телебеҙҙе яратырға, уның нескәлектәрен тойомларға өйрәткән.
Яҙмамды ғалим, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүрҙең һүҙҙәре менән дауам итәм. Ул: «Һәр халыҡтың мәҙәниәтендә, рухи донъяһында Һүҙ, Тел илаһи урын алып тора. Халыҡтың теле лә, рухы ла изге, уға тел тейҙерергә ярамай», — тигән.
Шулай булғас, Ҡырҡтыны Крыктыға әйләндермәйек. Был атаманың Оло Ҡыҙыл йылғаһы тау теҙмәһен ҡырҡты, ҡырҡып үтте тигәндән килеп сыҡҡанлығын беләбеҙ бит.
Ер-һыу атамаларын урыҫ теленә әйләндереп яҙыусылар, алтаҡта ҡуйыр алдынан ауылдарҙың оло кешеләре, уҡытыусылар, ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшләшһен ине.
Телебеҙҙе һаҡлайыҡ, сүп-сар һүҙҙәр менән ҡыйламайыҡ.
Сал Уралдың йөрәге һин,
Башҡорт иле!
Ынйы-мәрйен һибелгәндәй
Башҡорт теле!
Беҙҙең телебеҙ!
Фәрзәнә ХАММАТОВА,
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, БР мәғарифы отличнигы.